-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Декабрь 2021, 15:00

Кесе һәм урта бизнес буйынса КоАП-ҡа үҙгәрештәр индерелә

РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан МСП Корпорацияһы менән берлектә кесе һәм урта бизнесҡа ҡарата әҙерләнгән КоАП закондар проектына үҙгәрештәрҙе ҡабул итеү эшлекле климатты яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Был пандемия эҙемтәләрен үткәреп ебәреү өсөн мөһим, тип иҫәпләй МСП Корпорацияһының генераль директоры Александр Исаевич.

Кесе һәм урта бизнес буйынса КоАП-ҡа үҙгәрештәр индерелә
Кесе һәм урта бизнес буйынса КоАП-ҡа үҙгәрештәр индерелә

Был турала ул республиканың бизнес-йәмәғәтселеге менән Өфө ҡалаһында үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы сиктәрендә ойошторолған «Асыҡ әңгәмә»форматындағы осрашыуында белдерҙе. Исаевич әйтеүенсә, был закондар проекты Рәсәй Премьер-министры Михаил Мишустин тарафынан яҡланған һәм оҙаҡламай Дәүләт думаһына тапшырыласаҡ.

- Закондар проектына ингән дүрт инициатива ҡабул ителергә һәм бергәләп эшләргә тейеш, - тине МСП Корпорацияһының генераль директоры. Төҙәтмәләр эшҡыуарҙар өсөн «бер хатаға хоҡуҡ» һәм ҡағиҙә боҙоуҙың тәүге осрағы өсөн иҫкәртеү, ШЭ кимәлендәге кесе һәм урта предприятиелар өсөн штраф күләмен кәметеү, әгәр тик хеҙмәткәрҙең генә ғәйебе икән, юридик шәхестәр һәм вазифа биләүселәр өсөн бер тапҡыр бирелгән штрафты түләтмәү, шулай уҡ «бер тикшереү - бер санкция» принцибын индереү мөмкинлеге бирә .

«Тәҡдим ителгән төҙәтмәләр ҡағиҙә боҙоуҙарҙы иҫкәртеүҙе улар өсөн яза биреүгә ҡарағанда өҫтөнлөклөрәк итә, индерелгән талаптарҙы үтәүгә, әтәүге ҡағиҙә боҙоу өсөн дә ауыр яза бирмәҫкә дәртләндерә. Төҙәтмәләр кесе һәм урта бизнес өсөн штрафтарҙы, уларҙың күләмен предприятиеның ҙурлығы менән бәйләп, гуманлы итә. Санкциялар ҡулланыу ҙур булмаған предприятиеларҙы банкротлыҡҡа этәрмәйәсәк, әммә тәртип боҙоуҙар ҡабатланмаһын өсөн уларҙы барыбер һиҙелерлек итеп ҡалдырасаҡ», -тип билдәләне МСП Корпорацияһының генераль директоры    

Фото: alshvesti.ru

"Башинформ" материалдарынан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: