Кемаль Низиплиоглу Башҡортостандың баш ҡалаһына Халыҡ-ара бизнес аҙналығында ҡатнашыу өсөн килгән.
Эшҡыуар Кемаль Низиплиоглу – Өфө ҡалаһында үткән Халыҡ-ара бизнес аҙналығы ҡатнашыусыһы. Ул нефть сәнәғәте өсөн поливинилхлорид торбалар етештереүсе компанияны тәҡдим итә.
«Башҡортостан панорамаһы» хәбәрсеһенә биргән интервьюһында сит ил ҡунағы республиканың инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыусы территория тип билдәләгән һәм Башҡортостан халҡын ҡунаҡсыллығы һәм милли аш-һыу өсөн маҡтаған.
Хәбәрсенең: «Башҡортостан халҡы, милли аш-һыу оҡшанымы?» - тигән һорауына ул: «Кешеләр бик ҡунаҡсыл, милли аштар бик тәмле. Беҙҙә бешерелгән кейктарға оҡшаған, эсенә ит һәм картуф һалынған аҙыҡ оҡшаны. Нисек аталғанын ғына белмәйем», - тип яуап биргән.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, Төркиә бизнесмены нимә ашап ҡараны икән?
Ольга Бунакова.
Фото: «Башҡортостан панорамаһы».