+31 °С
Ясно
Антитеррор
ИҠТИСАД
18 Декабря 2021, 09:00

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтте

Өфө ҡалаһында 2021 йылдың 15-19 декабрендә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтте. Уның эше онлайн һәм офлайн форматтарҙа - ҡатнаш ойошторолдо.

Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үттеӨфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтте
Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығы үтте

Спикерҙарҙың бер өлөшө майҙансыҡта йыйылды, бер өлөшө фекер алышыуҙарға конференция бәйләнеше ярҙамында ҡушылды. Эш программаһы, дөйөм алғанда, иҡтисад, экспорт, инвестициялар, медиа, шулай уҡ ШОС һәм БРИКС илдәренең кесе һәм урта бизнесына ярҙам итеүгә арналды.

Унда ҡатнашҡан федераль эксперттар Халыҡ-ара бизнес аҙналығы -2021-ҙән алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

- Мине Башҡортостандың пандемия ваҡытында иҡтисади өлкәлә, айырым алғанда, кесе һәм урта бизнесҡа ярҙам өлкәһендә ирешкән һөҙөмтәләре хайран ҡалдырҙы. Был форум һәм был аҙналыҡ бизнесҡа ярҙам процестарының барыуын, уның реаль эштәр менән тулыландырылыуын күрһәтә. Форум артабанғы үҫеш һәм артабанғы үҫешеүҙе күҙаллаған уңышлы нөктәләрҙең береһендә үтте, - ти ШОС-тың эшлекле советы секретары Сергей Канавский.

- Республика булдырған һәм икенсе йыл рәттән уңышлы эшләтеп, тормошҡа ашырылған майҙансыҡ аныҡ мәсьәләләр һәм проекттар буйынса фекер алышыу өсөн файҙалы. Был: «Нимә эшләһәк, тотош донъялағы тормош яҡшырыр икән?» - тигән киң сиктәрҙәге дискуссия түгел, ә уларҙың үҫеше һәм тормошҡа ашырылыуы күҙлегенән сығып фекер алышҡан аныҡ проекттар һәм аныҡ башланғыстар. Майҙансыҡтың бөтә уникаллеге лә шунда. Шуға, уның артабан да әйләнештә булыуын теләр инем, - тине «ТАСС» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Андрей Соколов.

 

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы матераилдарынан.

 

 

Автор:"Башинформ" агентлығы
Читайте нас