-16 °С
Болотло
Әле илдә 20 процент ставка билдәләнгән, был донъялағы иң юғары ставка. Иҡтисадтың башҡа тармаҡтары менән сағыштырғанда, был хәл туризмды конкурецияға һәләтһеҙ итә. Процент ставкаһының юғары булыуы арҡаһында инвесторҙарҙы йәлеп итмәй.
Рәсәй туризм индустрияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе етәксеһе Кинйә Кускилдин фекеренсә, НДС-ты нулгә ҡалдырыу инвесторҙарҙың туризм тармағындағы эшен һиҙелерлек еңеләйтәсәк.
Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко әйтеүенсә, был ҡарар «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проекты сиктәрендә ҡабул ителгән.
Фото интернет селтәренән алынды.