+15 °С
Облачно
Антитеррор
ИҠТИСАД
14 Марта 2022, 05:10

Тауарҙар йәки хеҙмәттәр - Интернет-магазин аша

Хәҙер интернет-магазинды  «Бәйләнештә» селтәрендә асырға мөмкин

Тауарҙар йәки хеҙмәттәр  - Интернет-магазин ашаТауарҙар йәки хеҙмәттәр  - Интернет-магазин аша
Тауарҙар йәки хеҙмәттәр - Интернет-магазин аша

 «Бәйләнештә»  социаль селтәре эшҡыуарҙарға ярҙам йөҙөнән «Бизнес ВКонтакте» платформаһын аса.  Үҙ эшен алып барыусылар өсөн был яҡшы мөмкинлек. Платформа тулы интернет-магазин асырға мөмкинлек бирә.

Быны нисек эшләргә?

Бының өсөн бизнестың махсус битен асырға һәм тауарҙар һәм хеҙмәттәр тураһында мәғлүмәт өҫтәргә.

Интернет-магазиндан тауар алыр өсөн VK Pay аша түләргә була, ул Рәсәйҙең бөтә банктары карталарын ҡабул итә. Шулай уҡ башҡа төбәктәргә лә ебәреү ҡаралған -  Boxbeny һәм СДЭК аша (почта йәки курьерҙар аша).

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас