

2022 йылдың 2-4 июнендә Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2022» IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Форумдың тәүге көнөндә «Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге» коммерция булмаған ойошмаһы һәм «МАЗ» асыҡ акционерҙар йәмғиәте - «БЕЛАВТОМАЗ» холдингы идара итеү компанияһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Килешеү Беларусь Республикаһы менән Башҡортостан Республикаһының балалар ялын ойоштороу өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүенә йүнәлтелгән.
«Башҡортостан Республикаһының Туризмды үҫтереү үҙәге» коммерция булмаған автономиялы ойошмаһы директоры Руслан Юнысов һуңғы ваҡытта Башҡортостан менән Беларусь Республикаһы араһында эшлекле мөнәсәбәттәрҙең әүҙемерәк үҫешеүе, бының төбәк туризмы өсөн ыңғай тенденция булып тороуы, быйыл Башҡортостандың туристик тармаҡ вәкилдәре делегацияһы танышыу визиты менән Белоруссияла булыуы, беҙҙең туроператорҙар ҡунаҡсыл күршеләрҙең туристик потенциалын һәм үҫешкән эске туризмын юғары баһалауын, беҙҙең дә ҡунаҡтарға күрһәтерлек билдәле бер уңыштарыбыҙ барлығын билдәләп үтте.
Килешеүҙең төп темаһы - 2023 йылда Беларусь Республикаһы һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһындағы балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарында 14-16 йәшлек балаларҙың ялын ойоштороу һәм тәьмин итеү. Документ ағымдағы йылдың 1 ноябренә тиклем ял итеү урындарын, даталарын, составтарын билдәләүҙе һәм раҫлауҙы, мәҙәни һәм экскурсия саралары менән ентекле программа төҙөүҙө күҙ уңында тота. Килешеү Башҡортостандың туризм индустрияһын үҫтереүгә һәм Беларусь Республикаһы менән халыҡ-ара бәйләнештәрҙе нығытыуға булышлыҡ итергә тейеш.
«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын ойоштороусы - Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php