2 июндә Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2022» IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйының эшлекле программаһы сиктәрендә Башҡортостандың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы һәм «Евродеталь-сервис» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында юридик шәхескә сауҙа үткәрмәйенсә ҡуртымға бирелгән ер участкаһында күләмле инвестиция проектын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Уға инвестицияларҙың дөйөм күләме 130 миллион һум тәшкил итә.
Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев инвесторҙың Өфө районы территорияһында М-5 «Урал» трассаһы буйлап йөк автомобилдәрен хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса автосервис төҙөргә ниәтләүе, был проектты тормошҡа ашырыу 50 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәге, инвесторҙың төҙөлөштө 2023 йылдың аҙағына башларға һәм объектты сафҡа индерергә әҙер булыуы тураһында һөйләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, юл буйы сервисы объекттарын төҙөү буйынса проекттар инвестицияларҙың дөйөм күләме федераль автомобиль юлдары буйындағы проекттар өсөн - 50 миллион һумдан, төбәк, урындағы һәм муниципаль-ара әһәмиәттәге юлдар буйындағы проекттар өсөн - 20 миллион һумдан, шулай уҡ Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы райондары биләмәләрендә тормошҡа ашырылған проекттар өсөн 10 миллион һумдан алып булғанда, Башҡортостандың Өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инеүе ихтимал.
Артабан юл буйы сервисы өлкәһендәге инвесторҙар сауҙа үткәрмәйенсә ер участкаһын ҡуртымға биреү, һалым льготалары һәм транспорт, инженер инфраструктураһы төҙөлөшөнә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға 30 миллион һумға тиклем (ләкин федераль автомобиль юлдары буйында проекттар өсөн тотонолған сығымдарҙың 50% ашыуы һәм төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге юлдар буйлап проекттар өсөн тотонолған сығымдарҙың 70% процентынан артмаҫҡа тейеш) субсидиялар кеүек дәүләт ярҙамы сараларына дәғүә итергә хоҡуҡлы.