-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Июнь 2022, 20:00

Пленар дискуссия уҙҙы

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында һәм тәүге Төбәк-ара бизнес-шерифтар форумы сиктәрендә «Иҡтисадты үҫтереүҙең һөҙөмтәле ҡоралы булараҡ бизнес-шерифтар институты» пленар дискуссияһы уҙҙы.

Пленар дискуссия уҙҙы
Пленар дискуссия уҙҙы

Башҡортостанда бизнес-шерифтар институты ойошторолоп ҡына ҡалманы, ә эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү төбәк сәйәсәтенең, төбәк етәкселеге менән аралашсыһыҙ асыҡ әңгәмәнең мөһим өлөшөнә әүерелде, тип билдәләне ҡатнашыусылар. Унан да бигерәк, бизнес-шерифтар территориаль муниципаль иҡтисад үҫешенең һәм төбәктең социаль-иҡтисади ҡеүәтен бөтөнләй алға этәреүҙең айырылғыһыҙ элементы булып китте.

Башҡортостанда өс йыл элек бизнес-шерифтар муниципалитет башлыҡтары урынбаҫарҙары статусында бизнес мәнфәғәттәрен һәм инвестиция проекттарын урындағы кимәлдә, шулай уҡ республика һәм төбәк-ара кимәлдә уҙғарыусы булараҡ барлыҡҡа килде. Ә бөгөн уларҙың эшмәкәрлек күрһәткестәре муниципаль райондарҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандартының төп күрһәткестәренең береһе булып тора. Был турала ҡатнашыусыларға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - иҡтисади үҫеш һәм инвестиция эшмәкәрлеге министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов башланған инвестиция проекттары буйынса «ҡыҙыл зона»ларҙың сәбәптәрен, артабан «эшҡыуарҙар сәғәтенең» һөҙөмтәлелеген иғтибарлап анализлау һәм баҫымды статистикаға түгел, ә реаль эштәргә йүнәлтеү кәрәклеге, республикабыҙҙа тулайым төбәк продуктының 30 проценттан ашыуын бөгөн бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары биреүе, бында, әлбиттә, бизнес-шерифтарҙың да  өлөшөгөҙ барлығы, әммә хәҙер иҡтисадҡа дәүләт ярҙамы сараларын «ергә төшөрөү» программаһы әҙерләнеүе һәм бизнес-шерифтарҙың  үҙҙәренә 150 инструменттың ҡайһыһын иҫбатларға тейешлеге (дөйөм алғанда, был 55 миллиард һумлыҡ саралар), нимәне муниципаль кимәлгә уңышлы бәйләргә мөмкинлеге тураһында һөйләне.

Бизнес-берләшмәнең власҡа ышанысы, һис шикһеҙ, муниципалитеттарҙа формалаша. Иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар министры урынбаҫары Алексей Илмәтов Башҡортостан бизнес-шерифтар институты менән Һамар өлкәһендә ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында хәбәр итте.

Удмуртия Республикаһының иҡтисад министры урынбаҫары Алексей Братухин да бизнес-шерифтарға шундай уҡ иғтибар бүлеүҙәре тураһында белдерҙе.

Республикалағы Липецк өлкәһе бизнес-шерифтары Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып был тәжрибәне үҙләштерә, тик власта булған кешеләрҙе улар бизнес-кураторҙар тип атай.

Дөйөм алғанда, Башҡортостанда ла эшҡыуарҙар әле һаман бизнес-шерифтарға төрлөсә ҡарай. Әммә һорау алыуҙар буйынса фекер йөрөткәндә, ышаныс кимәле һәм һөҙөмтәлелекте баһалау 84 проценттан ашҡан. Мәләүез районы хакимиәте башлығының инвестициялар һәм эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫары - бизнес-шериф Альберт Таймаҫов өс йыл элекке менән сағыштырғанда бында айырманың ҙур булыуы, әлегә тиклем бик күп бизнесмендар бизнес-шериф институтына ҡулланыусылар рэкеты кеүек ҡабул итеүе, бизнес-шериф - ул бөтә закондарҙы һәм юлдарҙы белеү түгел, ә бөтә инвестицияларҙы алға ебәреү һәм яҡлау сараларының оҫта коммуникацияһы булыуы, эшҡыуарҙы эштең башынан аҙағына тиклем оҙатырға кәрәклеге, үҙенсәлекле предприятиеның беҙҙә бер ниндәй ҙә тармаҡҡа ла эләкмәүе, ләкин бизнес-шерифтар ярҙамы менән хөкүмәт кимәленә етеүе - 15 йыл эсендә уларҙың быйыл тәүге тапҡыр федераль субсидия һәм грант алыуы тураһында һөйләне.

Беренсе төбәк-ара бизнес-шерифтар форумында ҡатнашыусылар «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә үҙ эшен башҡа сессияларҙа ла дауам итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылда ғына Башҡортостанда бизнес-шерифтар ҡатнашлығында «эшҡыуарлыҡ сәғәттәрендә» 49,5 мең яңы эш урыны булдырыу мөмкинлеге менән дөйөм суммаһы 446,9 миллиард һумлыҡ 3 609 инвестиция проекты ҡаралған.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: