-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
2 Июнь 2022, 12:00

Сибай «Урал аръяғы-2022» Инвестһабантуйы ҡунаҡтарын ҡабул итергә әҙерләнә

2022 йылдың 2-4 июнендә Сибай ҡалаһында (Башҡортостан Республикаһы) «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора.

Сибай «Урал аръяғы-2022» Инвестһабантуйы ҡунаҡтарын ҡабул итергә әҙерләнә
Сибай «Урал аръяғы-2022» Инвестһабантуйы ҡунаҡтарын ҡабул итергә әҙерләнә

Инвестиция һабантуйында Рәсәйҙән, алыҫ һәм яҡын сит илдәрҙән, шул иҫәптән Беларусь, Башҡортостан, Үзбәкстан, Төркиә һәм башҡа илдәрҙән бер мең ярым самаһы ҡунаҡ ҡатнаша. Сараға федераль һәм төбәк власы органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ, шулай уҡ Рәсәй төбәктәрендә уңайлы бизнес-климат булдырыу ысулдарын тикшерәсәк.

Экология, туризм һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу мәсьәләләренә айырыуса иғтибар бүленәсәк. Бынан тыш, һабантуй ваҡытында Башҡортостан Республикаһының инвестиция потенциалы күргәҙмәһе эшләйәсәк. Форум эшендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ҡатнаша. Беларусь Республикаһы исеменән инвестиция һабантуйында сәнәғәт министры урынбаҫары Дмитрий Харитончик сығыш яһаясаҡ. Төркиә Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Исмет Эрикан «Үҙгәреүсән донъя шарттарында Рәсәй-Төркиә эшлекле бәйләнештәре: Евразия йөрәгенән ҡараш» секцияһы эшендә видеоконференция бәйләнеше режимында ҡатнашасаҡ.

Эшлекле программа сиктәрендә шулай уҡ РФ Дәүләт Думаһы депутаты Владимир Сенин, «Система» акционерҙар финанс корпорацияһы хужаһы Владимир Евтушенков, «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалы алып барыусыһы Пьер-Кристиан Броше, Америка журналисы Тим Керби, Рәсәй Финанс министрлығының Тармаҡ иҡтисады үҙәге етәксеһе Инна Рыкова, Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһы Советы рәйесе, Рәсәй ССП-һы Идараһы ағзаһы Владимир Гамза, «Системалы концессиялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Валерий Еремин, Инновацион төбәктәр ассоциацияһы директоры, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһы проректоры, Тармаҡ менеджменты институты директоры Иван Федотов, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Ойоштороу үҫеше һәм стратегик инициативалар институты директоры Вячеслав Шоптенко, Fatinoğlu холдингының директорҙар советы рәйесе Угур Фатиноглу, Төркиәнең Машина эшләүселәр союзы президенты Эмре Генджер һ.б. ҡатнашасаҡ.

Форумдың төп темаһы «AntiSanction REGIONS: яңы иҡтисади ысынбарлыҡ» пленар ултырышында асыла. Инвестицион һабантуйҙың тәүге көнөндә бизнес-шерифтарҙың беренсе Төбәк-ара форумын асыу тантанаһы була. Был сара сиктәрендә Белгород, Липецк өлкәләренән, Ставрополь крайынан һәм башҡа төбәктәрҙән коллегаларыбыҙҙың бизнес-шерифтар институтын һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән уртаҡлашыуы күҙаллана. Шулай уҡ Global Management Challenge кубогының төбәк этабы финалы була, унда 2022 йылда бизнес-шерифтар һәм власть органдары вәкилдәре генә түгел, предприятиелар, муниципаль берәмектәр, эшлекле берекмәләр командалары ла ҡатнаша.

Форум программаһында «Төбәк финанс системаларын һәм бизнесты финанслау инструменттарын үҫтереү» темаһына Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһының финанс-сәнәғәт һәм инвестиция сәйәсәте буйынса советы ултырышы ҡаралған. Форумдың икенсе көнөндә Урал аръяғын социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү программаһын презентациялау үткәреләсәк, уны әҙерләүҙә Рәсәй Федерацияһы Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты ла ҡатнашҡан. Был көндә республика Инвестиция комитетының «Инвестиция сәғәте» форматында күсмә ултырышы үтә. Инвестицион һабантуй майҙансығында федераль структуралар үҙ секцияларын ойоштора. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Йәш дипломаттар советы - «Эшлекле партнерҙы дискредитациялау шарттарында Рәсәй образы» темаһына дискуссия, ә Дәүләт Думаһының эксперттар советы тотороҡло үҫеш һәм «йәшел» финанслау буйынса ултырыш үткәрә.

Форум программаһына шулай уҡ Рәсәй экспорт үҙәгенең һәм «АгроЭкспорт» федераль экспортты үҫтереү үҙәгенең профилле «түңәрәк өҫтәл»дәре индерелгән. Айырым саралар сит ил партнерҙары - Беларусь, Ҡаҙағстан һәм Төркиә менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә арналасаҡ.

Өҫтәп үтәйек, «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Башҡортостан 20-нән ашыу килешеүгә ҡул ҡуйырға ниәтләй.

Форум 4 июндә Баймаҡ районында «Һабантуй» менән тамамлана, унда ҡунаҡтар халыҡ байрамында ҡатнаша һәм Башҡортостандың мәҙәниәт һәм этнос донъяһына сумыу мөмкинлегенә эйә була.


Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас