Уның сиктәрендә Global Management Clallenge стратегия һәм бизнес менән идара итеү буйынса халыҡ-ара чемпионаттың Башҡортостан кубогы финалы уҙҙы. Республикала был чемпионат Инвестһабантуй сиктәрендә икенсе йыл рәттән үткәрелә. Был юлы ул Башҡортостан Республикаһы райондары һәм ҡалаларынан бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәрен, бизнес-шерифтарҙы, ойошмалар етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәренән торған һигеҙ команданы берләштерҙе.
Корпоратив командалар өсөн күнекмә үткәреү быйылғы Кубок программаһының яңылығы булды. Уның составына кредит ойошмалары, юғары уҡыу йорттары, йәмәғәт эшҡыуарлыҡ берекмәләре һәм бизнесҡа ярҙам инфраструктураһы вәкилдәре инде. Сарала ҡатнашыусыларҙы Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов сәләмләне.
Ул берләшергә һәм Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан иҡтисадында булған потенциалды (ресурс ҡеүәтен генә түгел, ә идара итеү, кешеләр потенциалын да) тулыһынса файҙалана башларуҙың мөһимлеген аңларға кәрәкле ваҡытта йәшәүебеҙҙе,. Был сараға бөтә иҡтисадты, предприятиелар үҫешен, эшҡыуарлыҡты үҙ артынан алып барырға һәләтле лидерҙар йыйылыуын, бизнесты үҫтереү тотош ил иҡтисады үҫешенең төп этәргесе булып тороуын яҡшы аңлауыбыҙҙы, бизнестың классик моделен үҙгәртеүҙе күҙ уңында тотҡан компетенцияларҙы, идара итеү оҫталыҡтарын формалаштырыуҙың бик мөһим булыуын билдәләне.
Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов ҡатнашыусыларға мөрәжәғәт итеп, Башҡортостандың был Чемпионатта былтыр, бик ҙур тәнәфестән һуң ҡайтанан ҡатнаша башлауы, федераль кимәлдә ҡатнашыуҙың тәүге тәжрибәһе булыуы, «Бизнес Стратег» командаһы Чемпионаттың 15-се юбилей милли этабының суперфиналында сығыш яһауы, быйыл милли финал Ханты-Манси автономиялы округы - Юграла уҙасағы, ундағы еңеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәрен дә күрәсәгенә ышаныуы тураһында һөйләп үтте.
Майҙансыҡ модераторы, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социаль-сәйәси тикшеренеүҙәр институты инновациялы белем биреү технологиялары үҙәгенең проекттар директоры Александр Соловьевтың (Мәскәү ҡалаһы) һүҙҙәренсә, чемпионат идара итеү, шәхси, эшҡыуарлыҡ һәләттәрен үҫтерергә ярҙам итә.
Global Management Clallenge-2022 кубогының төбәк этабы финалында еңеүселәр бөгөн билдәле була. Еңеүселәрҙе рәсми бүләкләү тантанаһы «Урал аръяғы» Инвестһабантуйының икенсе эш көнөндә, 3 июндә, үтәсәк.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?