2 июндә Сибайҙа «Зауралье» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы тарафынан ойошторолған «Кооперация как драйвер развития предпринимательства» эксперт сессияһы булды
-Кооперация беҙҙең етештереүселәргә конкуранцияға һәләтле булырға мөмкинлек биргән механизм булараҡ сығыш яһай. Көстәрҙе берләштереп, кесе бизнес эре бизнес менән тиңләшергә мөмкин, - тип билдәләне БР сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Эш барышында ҡулланыусылар кооперативы системаһын үҫтереү мәсьәләләре, ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлектең яңы проекттары ҡаралды.
Үҙенең докладында Алексей Гусев республика территорияһындандағы сауҙа структураһында 25 мең сауҙа итеүсе ойошма булыуын әйтеп үтте, уларҙың 1400-ө – федераль кимәлдә, 900-ө – төбәк буйынса, 22500-ө – йорт эргәһендәге магазин форматында эшләй. Федераль кимәлдә эшләгәндәргә ҡарағанда, уларҙың конкуренцияға һәләте аҙыраҡ, әлбиттә. Ҡулланыусылар кооперативының бурысы – хужалыҡ итеү процестарын берләштереү иҫәбенә уларҙың конкуренцияға һәләтен арттырыу, тип билдәләне сығыш яһаусы.
РФ Үҙәк союзының башҡарма директоры Алексей Бобылев халыҡтың мәшғүллеге, уларҙың килемдәрен арттырыу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн кесе һәм урта предприятиеларҙы йәлеп итеүҙә Үҙәк союзының роле тураһында әйтеп үтте.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.