Бөгөн, 3 июндә, Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында республика Хөкүмәте һәм компания араһында инвестиция ниәттәре тураһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Проектҡа инвестициялар күләме 142 миллион һумға баһалана. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу кәмендә 32 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-минситры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов килешеүгә ҡул ҡуйыу йомғаҡтары буйынса көнбағыштың Башҡортостан Республикаһы сәсеүлектәре структураһында ярайһы ҙур өлөш алып тороуын, төбәктә уны эшкәртеү һәм үҫемлек майын етештереү буйынса ике ҙур предприятие эшләүен, сит илдәрҙән индерелгән тауарҙарҙы, айырыуса көнбағыш гибридтарын алмаштырыу мәсьәләһенең бөгөн көнүҙәк булыуын билдәләне.
Әлеге ваҡытта инвестиция проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ауыл хужалығы культураларын үҫтереү өсөн ер участкаларын һайлау алып бара.
Белешмә өсөн: «Генезис Агро Трейд» компанияһы 2006 йылдан алып бөртөклө, ҡуҙаҡлы культураларҙы экспортҡа оҙатыуға һәм орлоҡтар селекцияһына махсуслашҡан Төркиәнең Genesis Seed & Meya Tohum холдингы филиалы булып тора. Филиал Яҡын Көнсығыш, Европа, Азия һәм донъяның башҡа төбәктәренә ауыл хужалығы культураларының киң ассортиментын оҙатыу менән шөғөлләнә. Бынан тыш, орлоҡсолоҡ һәм ауыл хужалығы тикшеренеүҙәрен үткәреү буйынса хеҙмәттәр күрһәтә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?