3 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйын үткәреү барышында «Тиҙләтелгән импортты алмаштырыу өсөн тармаҡ индустриаль парктары» секцияһы уҙҙы. Модераторы булып Идара рәйестәше - Рәсәйҙең Индустриаль парктар ассоциацияһын үҫтереү буйынса директор Максим Паздников сығыш яһаны. Теманы тикшереүҙә индустриаль парктарҙың идара итеүсе компаниялары етәкселәре ҡатнашты. Осрашыу йомғаҡтары буйынса ҡатнашыусылар яуаплы ведомстволар тарафынан ентекле иғтибар талап иткән темаларҙы билдәләне. Тәү сиратта, был методологик ҡарарҙар, улар парктарҙың эшен, атап әйткәндә, аккредитация процедураһын үтеүҙе ябайлаштырыуға булышлыҡ итер ине.
Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов индустриаль парктар буласаҡ яңы производстволар урынлаштырыу өсөн үҙенең асыҡ өҫтөнлөгөн күрһәтеүе, был парктарҙың территорияларында инвестор ҡыҫҡа ваҡыт эсендә - кәрәкле коммуналь һәм транспорт инфраструктураһы менән тәьмин ителгән ер участкаһы, ә ҡайһы бер осраҡтарҙа хатта ҡорамалдар ҡуйып, яңы производство асырға ғына мөмкин булған әҙер производство бинаһы алыу мөмкинлегенә эйә булыуына ҡайтып ҡалыуы тураһында әйтеп китте.
Уҙғарылған секцияла сығыш яһаусыларҙың береһе «Өфө» индустриаль паркының идара итеүсе компанияһы директоры Артем Пензин булды. Үҙ сығышында ул, Рәсәйҙә индустриаль парктарҙы, атап әйткәндә тар махсуслашҡандарҙы, үҫтереү илдә тиҙләтелгән импортты алмаштырыу драйверы булыуы ихтимал, шул уҡ ваҡытта компанияларҙың эшмәкәрлеге йүнәлешендә оҡшаш компаниялар өсөн инфраструктура булдырырға кәрәк, тип билдәләне.
Секция йомғаҡтары буйынса осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдағы йылдарҙа әҙер сәнәғәт инфраструктураһы булған сәнәғәт майҙандарына ихтыяждың артасағын күҙалланы. Алдағы ике йылда индустриаль парктар майҙандары дефициты нөктәһенә яҡынлашырға ла мөмкин. Шуға күрә төбәктәргә ошондай майҙансыҡтар булдырыуға ҙурыраҡ иғтибар бирергә кәрәк.
Белешмә өсөн:
«Урал аръяғы» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы Башҡортостанда дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. Профилле секциялар һәм пленар ултырыш барышында ҡатнашыусылар инвестициялар йәлеп итеү, экспорт әүҙемлеген арттырыу, моноҡалаларҙы, эске туризмды үҫтереү, ҡала мөхитен һәм экологияны һанлаштырыу мәсьәләләрен тикшерә.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56225