«Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйы барышында Сибайҙа 3 июндә Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы, «Рәсәй экспорт үҙәге» акционерҙар йәмғиәте һәм «Башҡортостан Республикаһы экспортына булышлыҡ итеү үҙәге» автономлы коммерцияға булмаған ойошмаһы тарафынан «PRO EXPORT: диверсификацияға табан юл» секцияһы эше ойошторолдо.
Донъя экспортерҙары сауҙа берләшмәһенә ҡушылырға теләгән һәр предприятие өсөн халыҡ-ара сауҙаның үҙенсәлектәре бар һәм уға яраҡлашыу ҡотолғоһоҙ. Әммә бында яңы баҙарҙарҙы үҙләштергәндә тик үҙеңдең коммерция һәләттәренә генә иҫәп тоторға ярамай. Һеҙгә тура килгән сит ил партнерҙары менән эш итеү схемаһын табыу, ағымдағы ысынбарлыҡта логистик ҡарарҙарҙы һайлағанда хаталарға юл ҡуймау өсөн бик күп факторҙарҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Дөрөҫ уйланылған стратегия һәм экспорт эшмәкәрлеген алып барыуҙа төрлө инфраструктураларға профессиональ консультация предприятиеларға халыҡ-ара баҙарға уңышлы сығырға ярҙам итәсәк.
Тышҡы сәйәси ваҡиғаларҙың артыҡ медиа шау-шыуы байтаҡ экспортерҙарҙы, тәжрибәле белгестәрҙе, шулай уҡ йыл башында тышҡы баҙарға саҡ аяҡ баҫҡан яңыларын баҫҡысҡа төшөрҙө. Санкциялар, ләкин халыҡ-ара сауҙа бик һығылмалы һәм яраҡлаштырылған механизм булараҡ, бөгөн ғәйәт ҙур мөмкинлектәр даирәһен тәҡдим итә һәм, шуға ҡарамаҫтан, ярайһы уҡ үҫеш күрһәтә.
Башҡортостан Республикаһы тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова Башҡортостандың үҙендә етештерелгән продукцияны донъяның 120 иленә поставкалауы һәм был мөмкинлектәрҙең әле тулыһынса файҙаланылмауы,уҙған йыл ошо йәһәттән хәл иткес булыуы һәм был секторҙың динамикаһы кәмемәүе, әлеге ваҡытта санкцияланған илдәргә республикаға экспорттың өстән бер өлөшө тура килгәнлеге, хәҙер тышҡы сауҙа йүнәлештәрен компенсациялауға иҫәп тотолоуы, илебеҙҙең БДБ илдәре, Яҡын Көнсығыш, Азия баҙарҙары яғына йүнәлеүе тураһында һөйләне.
Былтыр электрон маркетплейстарҙағы сауҙаны үҫтереүгә йүнәлтелгән йүнәлеш тренды ысынында иһә Рәсәйгә ҡаршы санкциялар ҡорбаны булманы. Сөнки донъяла ҙур һәм абруйлы электрон сауҙа майҙансыҡтары өс йөҙҙән ашыу иҫәпләнә. Экспортлаусыларҙан, айырыуса бәләкәй һәм урта бизнестан, яңы ҡарарҙар эҙләүҙә көсөргәнешлерәк булыу талап ителә.
"Рәсәй экспорт үҙәге" акционерҙар йәмғиәтенең Өфөләге вәкиллеге етәксеһе Ренат Мәнәпов сессияла ҡатнашыусыларға ғәмәлдәге һәм потенциаль экспортерҙарҙың сит илдәге күргәҙмә-йәрминкә сараларында һәм бизнес-миссияларҙа ҡатнашыу актуаллеге яңынан артыуы, бының гарантиялы рәүештә тышҡы сауҙа контракттарына килтереүе, илебеҙҙең экспортҡа булышлыҡ итеүсе федераль институты булып ҡалыуы, ысынында иһә импортҡа яңы мандат алыуы, тиҙҙән транспорт йөрөтөү буйынса сертификацияға субсидиялар биреү тергеҙеләсәге, теләк программаһын яңынан эшләтеп ебәреүҙең яҡынлашыуы, хәҙер Рәсәй экспортының төп күргәҙмә фокустары Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, Яҡын Көнсығыш, Африка илдәренә күсерелеүе, ләкин күргәҙмәләрҙән тыш - беҙҙең ярҙам менән унда бизнес-миссиялар ағымы ла йүнәлтелгәнлеге, аҙыҡ-түлек продукттарын, агросәнәғәт комплексы продукцияһын күргәҙмәгә ҡуйырға мөмкинлеге тураһында һөйләне.
Бөгөн Рәсәйҙең төп экспорт юлдары үҙгәртеп ҡороуҙы тамамланы тиерлек. Черниковкалағы Куйбышев тимер юлдарының «ТрансКонтейнер» асыҡ акционерҙар йәмғиәте контейнер терминалы начальнигы урынбаҫары Алина Карнаухова үҙгәртеп ҡороуҙы раҫланы. Ул Ҡытайға ҡоро ерҙән тауарҙы экспортҡа сығарыуҙың күләме өс тапҡырға күбәйеүе, Алыҫ Көнсығыш йүнәлешендәге диңгеҙ ҡапҡалары йүнәлешенә йөктәр ағымының ике тапҡырға артыуын билдәләне.
Рәсәй күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр союзы вице-президенты Андрей Жуковский Мәскәүҙәге Экспоүҙәктә күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһынан да ун ике йыллыҡ һорау алыу мәғлүмәттәрен миҫалға килтерҙе. Һәр ваҡыт ҡотолғоһоҙ үҙгәрештәр тураһында белдергән һәм баҙар ҡыйынлыҡтары алдында ҡаушап ҡалған компанияларҙың өлөшө егерме биш проценттан артмауы, башҡаларының иһә яңы юлдар эҙләүе һәм табыуы, һәм артабан үҫешеүе хаҡында әйтеп үтте. Ул Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәген айырыуса билдәләп үтергә теләүе, яңыраҡ Шишмәнең көнбағыш майын килтереүҙең ойошторолоуы, был килешеүҙең хаҡы - 5 миллион доллар булыуы, йәғни, айырыуса, сит ил байерҙары менән тышҡы мөнәсәбәттәр ниндәй булыуға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалыуы, скептиктарға үҙҙәренең тауарҙарына икенсе илдән һатып алыусыларҙың ә һеҙ үҙегеҙ тауарығыҙҙы һатып алыр инегеҙме, , шул саҡта уны һәр кемгә еңел генә һата алыу мөмкинлеген аңларһығыҙ тигән күҙлектәнән ҡарарға бер генә кәңәш бирергә теләүе тураһында һөйләне.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56221