Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан менән Төркиә Республикаһының традицион ныҡлы эшлекле бәйләнештәрен үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. «Үҙгәреүсән донъя шарттарында Рәсәй-Төркиә эшлекле бәйләнештәре: Евразия йөрәгенән ҡараш» сессияһын Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы һәм Төркиә Республикаһында «Офис-төркөм» Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеге ойошторҙо.
Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрының беренсе урынбаҫары Лена Изотова Төркиәнең бөгөн Рәсәй менән бәйләнештә конструктив ҡараш күрһәтеүе, уның илебеҙгә ҡаршы санкциялар сәйәсәтендә ҡатнашыуҙан баш тартып ҡына ҡалмауы, ә аралашсы ролен дә әүҙем башҡарыуы, көнбайыш эмбарго шарттарында Рәсәйҙең экспорт-импорт эшмәкәрлеге контексында Төркиәнең әһәмиәте артыуы, беренсенән, илебеҙҙә етештерелгән агропродукцияны һатыусы иң ҙур төбәк булыуы, Башҡортостан шулай уҡ Төркиә менән сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүгә өлөш индереүе, уның бөтә партнерҙарыбыҙ араһында 12-се урынға күтәрелеүе, иң мөһиме, Башҡортостанда проекттарын тормошҡа ашырған төрөк инвесторҙарының иҫәбе үҫеүе тураһында һөйләп китте.
Төркиә Республикаһының Өфөләге Генераль консулы Исмет Эрикан бының һуңғы биш йылдағы тренд - Рәсәй менән Төркиәнең тышҡы иҡтисади һәм инвестиция бәйләнештәрен көсәйтелгән үҫтереүен, унан да бигерәк, уларҙың интенсивлығы илебеҙҙең аныҡ төбәгенә ныҡ бәйләнгәнлеген, Башҡортостандың Төркиә мәнфәғәттәренең өҫтөнлөклө йүнәлештәре төркөмөнә инеүен раҫланы.
Ул шулай уҡ ике йыл эсендә Рәсәй менән Төркиә араһында тышҡы сауҙа әйләнеше яртылаш артыуы, 2023 йылға уны 100 миллиард долларға тиклем еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйылыуы, әммә был маҡсатҡа иртәрәк ирешәсктәре, әлбиттә, импорт-экспорттың ҙур өлөшө ауыл хужалығы продукцияһына һәм энергия сығанаҡтарына тура килеүе, мәҫәлән, 14 миллион тонналап нефть сығарған «Башнефть» күрһәткестәрен иғтибар менән күҙәтеүҙәрен, сөнки Башҡортостан менән хеҙмәттәшлек, атап әйткәндә, энергия сығанаҡтары һәм нефть химияһы продукцияһы менән сауҙа итеү менән ҡыҙыҡһыныуҙары, ләкин Төркиәнең ауыл хужалығы продукцияһы, аҙыҡ-түлек, ағас материалдар һәм ҡағыҙ менән ныҡлап ҡыҙыҡһыныуы тураһында һөйләне.
Төркиәнең Генераль консулы Стамбулда Башҡортостан Конгресс-бюроһы вәкиллеге асылғандан алып республика менән Төркиә араһында тышҡы сауҙа әйләнеше ике тапҡырға артыуын, быйыл да һандар икеләтә артыр тип иҫәпләргә нигеҙ барлығын билдәләне. Ул шулай уҡ экспорт архитектураһы, аңлайышлы эш булһа ла, бөгөн Рәсәй менән әйләнештең артыуы, Башҡортостанға килгәндә, Төркиә баҙарын продукция менән тәьмин итеү буйынса уның 7-се урынға сығыуы, әммә кире күренештәрҙең дә артыуы - Башҡортостан ерендә фабрика төҙөлгәнлеге һәм эшләүе, Төркиә компаниялары Башҡортостанда юл һәм күперҙәр һалыуы, башҡорттар төрөк инвесторҙарын үҙ еренә саҡырыу өсөн барыһын да эшләүе, уңайлы шарттар тыуҙырыуы, Төркиәнең республикала фармацевтикаға һәм станоктар эшләүгә ҡыҙыҡһыныуы арта барыуын билдәләй алыуы, Төркиәлә Хәбировты бик көтөүҙәре, сәфәрҙең пандемия арҡаһында кисектерелеүе һәм Башҡортостанда Төркиәнең Почетлы консуллығын тиҙерәк асыуҙарын көтөүҙәре тураһында ла әйтеп китте.
Рәсәй Федерацияһы Сауҙа вәкиллегенең Төркиә Республикаһындағы Стамбул бүлексәһе етәксеһе Артур Леонтьев беренсе квартал йомғаҡтары буйынса Рәсәй менән Төркиә араһында тауар әйләнеше 6,6 миллиардтан 13,7 миллиард долларға тиклем артыуы, аңлашыла торған сәбәптәр буйынса килеп тыуған проблемалар - иҫәп-хисап, логистика - тиҙ арала хәл ителеүе, паром бәйләнештәре асылыуы, контейнерҙа йөк ташыу ҙа үҙгәреүе, төрөктәрҙең беҙгә ебәрелгән импорт буйынса әүҙем ярҙам күрһәтеүе, Төркиә яғынан кире һәм хатта нейтраль позицияларҙың булмауы, Төркиә етәкселеге хеҙмәттәшлеккә асыҡ икәнлеге, Төркиә биләмәһендәге күргәҙмәләр һәм форумдарҙың элеккесә эшләүе тураһында һөйләне.
Рәсәй һәм Рәсәй төбәктәре образы, бер нимәгә ҡарамаҫтан, Төркиә йәмәғәтселеге алдында үҙгәрешһеҙ ҡала.
Төркиәләге «Sputnik» яңылыҡтар агентлығы вәкиллеге етәксеһе Максим Дурнев Рәсәй төбәктәренең Төркиә капиталы менән уңышлы эшләгән компаниялары барлығы һәм уларҙың артыуына тенденцияның һүрелмәүе, илдәребеҙ тураһында күберәк һөйләй башлауҙың ҙур роль уйнауы, бындай үҙ-үҙеңде күрһәтеүҙәрһеҙ үҫешеп булмауы, Төркиәнең әлеге шарттарҙа күперҙәрҙе яндырмаҫҡа мөмкинлек биреүе, бөтәбеҙҙең халыҡтар, илдәр араһында күпер булып хеҙмәт итә алыуын билдәләне.
«Fatinoğlu» холдингының директорҙар советы ағзаһы Угур Фатиноглу Башҡортостанда инвестиция проекттарын аҙағына еткерергә ниәтләүе һәм республикаға тулыһынса ышаныс белдереүе,үҙҙәренең холдингында алты ҡулланыусылар секторында етештереүҙе үҫтереүҙәре, заводтарының әлегә тиклем Төркиәнән тыш Ҡытайҙа һәм Канадала бар икәнлеге, дөйөм алғанда 75 илгә продукция һатыуҙары тураһында белдерҙе.
Төркиәнең «Meya Tohum» орлоҡсолоҡ компанияһы партнеры Бедирхан Сарыкурт та шулай уҡ Төркиә бизнесының Рәсәйгә ҡарата мөнәсәбәтенең үҙгәрмәүен раҫланы. Ул беҙҙең илебеҙҙең бығаса булмаған баҫымға дусар булыуы, ләкин үҙҙәренең беҙҙең менән мөнәсәбәттәрҙе үҫтерәсәктәре, орлоҡ продукцияһын экспортҡа оҙатыу өсөн, ҡағиҙә булараҡ, ике-өс йыл кәрәклеген, әле ошо осорҙо тамамлаП. РФ ихтыяжы булған орлоҡ продукцияһы етештерә башлаясаҡтары тураһында һөйләне.
Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһендә Төркиәнән килгән ҡунаҡтар Башҡортостандың ышаныслы эшлекле партнеры һәм инвестициялар өсөн абруйлы территория булыуын раҫлауы тураһында өйтеп үтте.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56222
https://photo.forum-zauralye.com/ru/rossiysko-turetskie-delovye-svyazi-v-usloviyakh-menyayushchegosya-mira-vzglyad-iz-serdtsa-evrazii/