0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Июнь 2022, 11:57

«Урал аръяғы-2022» инвестһабантуйы ирекмәндәре

Республиканың 200-гә яҡын ирекмәне «Урал аръяғы - 2022» инвестиция һабантуйын үткәреүҙә ҡатнаша

«Урал аръяғы-2022» инвестһабантуйы ирекмәндәре
«Урал аръяғы-2022» инвестһабантуйы ирекмәндәре

Мең ярым ҡунаҡ, стратегик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр, эш төркөмдәре ултырыштары ойошторолған биш төп майҙансыҡ - быларҙың барыһы ла «Урал аръяғы-2022» IV Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында үтәсәк.

Һуңғы бер нисә йыл дауамында Урал аръяғының баш ҡалаһы федераль һәм төбәк власы органдары, Рәсәй һәм сит ил бизнесы вәкилдәре, инвесторҙар, эксперттар, билдәле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй иҡтисадын үҫтереү буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшергән төп майҙансыҡтарҙың береһе статусын нығытты. Әммә бындай мөһим сараны ирекмәндәр ярҙамынан тыш тормошҡа ашырып булмаҫ ине.

Быйыл «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйын үткәреүгә Өфөнән, Бәләбәйҙән, Сибайҙан, Салауаттан, шулай уҡ Мәскәүҙән 200-гә яҡын ирекмән йәлеп ителгән.

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева һуңғы йылдарҙа республикала һәм дөйөм алғанда бөтә илдә ирекмәндәр хәрәкәтенә ҙур иғтибар бүленеүе, халыҡ-ара кимәлдә ошондай ҙур саралар уҙғарып, балаларға ойоштороусылар командаһының бер өлөшө булыу, тәжрибә туплау, артабанғы үҫеше өсөн профессиональ сифаттарын үҫтереү мөмкинлеген бирелеүен билдәләп үтте.

Ирекмәндәр үҙ бурысын ҡаршы алыу һәм оҙатыу, аккредитация хеҙмәте, урынлаштырыу хеҙмәте, навигация, протокол хеҙмәте, эшлекле программа ирекмәндәре кеүек йүнәлештәр буйынса башҡара. Ирекмәндәрҙең күбеһе, йәғни 70 кеше, «Навигация» функцияһына йәлеп ителгән. Навигатор-ирекмәндәр ҡунаҡтарҙың һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына алсаҡ һәм дуҫтарса яуап бирергә, форум майҙансыҡтары буйлап юл күрһәтергә, шулай уҡ кәрәк булғанда, тәғәйенләнгән урынға тиклем оҙатып барырға әҙер булырға тейеш. Ойоштороусылар үҙ яғынан ирекмәндәргә Сибайға тиклем трансфер, өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү, сараны уҙғарыу ваҡытында функциональ бурыстарын үтәү өсөн кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иткән.

Бынан тыш, бөтә ирекмәндәр өсөн функциональ уҡытыу ойошторолған, ә уның йомғаҡтары ирекмәндәр кенәгәһенә яҙыласаҡ һәм рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: