-1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
3 Июнь 2022, 23:36

«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында 28 килешеү төҙөлгән

Уларҙың дөйөм суммаһы 107 миллиард һум тәшкил иткән.

«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында 28 килешеү төҙөлгән
«Урал аръяғы» инвестиция һабантуйында 28 килешеү төҙөлгән

Сибайҙа үткән  дүртенсе «Урал аръяғы» инвестиция-һабантуйында 107 миллиард һумға 28 инвестиция килешеүе төҙөлгән, тип хәбәр итте республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров РБК Өфө телеканалына биргән интервьюһында. Уҙған өс форумда дөйөм алғанда 112 миллиард һумға 56 килешеүгә ҡул ҡуйылған.

Ул эшҡыуарҙарҙың бында маҡсатлы рәүештә килгәнлеге, бының яҡшы  һөҙөмтә биреүе, бөгөн һәр кемдең үҙенең ресурстарын баһалай, нимәгә иҫәп тота алыуын аңлауы һәм Башҡортостанда бик яҡшы инвестиция мөхите булыуын, санкция хәлен еңеп сығыу менән генә түгеллеген, ә өҫтөнлөклө инвестиция проекттарына ярҙам итеү саралары - республика башлығы уҙғарған «Инвестиция сәғәт»тәрендә, проекттары өҫтөнлөккә эйә булған компанияларҙың ҙур преференциялар алыуын да күргәнлеге тураһында әйтеп уҙҙы.

Назаров белдереүенсә, бер нисә йыл элек Башҡортостанда инвестиция-һабантуйын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул итеү дөрөҫ булған, сара кешеләрҙең дә, шулай уҡ финанс сығымдарын да аҡлай. Бынан тыш, форумда Урал аръяғын үҫтереү өсөн стратегик ҡарарҙар ҡабул ителә.

Хәҙерге шарттарҙа ҡайһы бер сит ил инвесторҙары эшлекле форумға килергә ҡурҡып торҙо, сит ил компаниялары ҡатнашырға теләүен раҫлап, Башҡортостанда булып та, унда ҡатнашыуҙан баш тартҡан осраҡтар булды, тип билдәләне Назаров. Ләкин шуға ҡарамаҫтан, 11 илдән 41 сит ил кешеһе инвестиция-һабантуй майҙансыҡтарына килгән. Премьер-министр һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда форумдың программаһын әҙерләү ауырыраҡ булған, әммә шул уҡ ваҡытта «тормош ни тиклем ҡатмарлыраҡ булһа, шул тиклем сифатлыраҡ инвестор килә».

Премьер-министр инвесторҙарҙың быны ни өсөн эшләгәнен,  үҙенең ни өсөн килгәнен, ниндәйҙер ауырлыҡтарҙы, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡанын аңлауы, инвестициялар һалырға һәм һөҙөмтә алырға теләүе, элек инвесторҙарҙың ябай туристар кеүек кенә килеп китеүе, күбеһенең бер ниндәй килешеүҙәр, бәйләнештәр булдырмауы,  ләкин хәҙер бындай категорияның юҡлығы, байрамға ғына килеүсе сит ил инвесторҙары булмауы, 41 сит ил кешеһенең ҡатнашыуы, уларҙың форум уҙған майҙансыҡ хужалары булараҡ беҙгә яҡшы һөҙөмтәләр биреүе, бәлки, шуғалыр ҙа, ошо форумдың, дөйөм алғанда, беҙгә элек үткән өс инвестһабантуй  кеүек үк сумма биреүен билдәләне.

РБК Өфө хәбәр итеүенсә, форум барышында Башҡортостандың Урал аръяғын үҫтереү стратегияһы менән таныштырҙылар. Уға 175 миллиард һумлыҡ 76 проект индерелгән, уларҙың 105,5 миллиардын шәхси инвестициялар тәшкил итә, 11,7 миллиард һумды республика федераль ҡаҙнанан йәлеп итергә күҙаллай.

Сығанаҡ: https://ufa.rbc.ru/ufa/03/06/2022/629a1c269a794735f392bc0f

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: