Сибайҙа 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы менән таныштырҙылар «Урал аръяғы 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Финанс министрлығының ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә әҙерләгән 2030 йылға тиклем Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһының презентацияһы уҙҙы. Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров тәбиғәт ресурстарына бай Урал аръяғының оҙаҡ ваҡыт иғтибарһыҙ ҡалыуын билдәләне. Ул ошо йүнәлештә эш алып барылыуы хаҡында һөйләне: биләмәнең инфраструктураһы яҡшыра, яңы производстволар асыла, Урал аръяғындағы социаль һәм мәҙәни объекттар төҙөлә һәм ремонтлана.
Шул уҡ ваҡытта, Андрей Назаров һүҙҙәренсә, халыҡ Урал аръяғынан күсеп китмәһен, киреһенсә, бында йәшәргә һәм эшләргә килһен өсөн байтаҡ мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәк. Төбәктә сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын, шулай уҡ туризмды үҫтереү өсөн бөтә мөмкинлектәр ҙә бар. Урал аръяғында иҫ киткес тәбиғәт, матур урындарҙы ҡарау, Башҡортостан мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлеге бар, әммә был ҡунаҡсыл төбәккә туристарҙы йәлеп итерлек тейешле инфраструктура етерлек түгел. Урал аръяғын социаль-иҡтисади үҫтереү стратегияһы 174,3 миллиард һумға 76 яңы проектты күҙ уңында тота: ауыл хужалығы өлкәһендә 11,7 миллиард һумға 25 яңы проект; Сәнәғәттә 103,6 миллиард һумға 18 яңы проект; 24,3 миллиард һумлыҡ 12 яңы проект. Инфраструктура һәм энергетика башланғыстарына («Сибай - Подольск - Новорудная» тимер юлы линияһы, 500 кВольтҡа электр подстанцияһы һәм ике һауа линияһы төҙөлөшө) айырым иғтибар бүленгән.
.Тағы ла бер терәк тармаҡ - туризм. 2030 йылға Урал аръяғында туристар ағымы йылына 1 миллион кешенән артырға тейеш. Бында туристик-рекреация тибындағы «Урал» махсус иҡтисади зонаһын булдырыу буйынса эш алып барыла. 2030 йылға стратегияны тормошҡа ашырыуҙың көтөлгән һөҙөмтәләре: предприятиеларҙың табышы 80 миллиард һумдан ашыу тәшкил итәсәк, 40 меңдән ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Фото асыҡ сыҙанаҡтарҙан