+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
4 Июнь 2022, 09:30

Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен формалаштырыу

Бизнес-проекттарҙы берлектә финанслау бындай сараларҙың береһе булып тора

Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен формалаштырыу
Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен формалаштырыу

3 июндә Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйында «Дәүләт ярҙамы механизмдары сиктәрендә яңы тармаҡтарҙы кластерлаштырыу юлы менән Башҡортостандың сәнәғәт ҡеүәтен формалаштырыу» тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы. Уны «Башҡортостан Республикаһының стратегик эшкәртмәләр үҙәге» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы ойошторҙо. Түңәрәк өҫтәлдә «Башҡортостан Республикаһының пилотһыҙ авиация кластеры» һәм «РВ-1 технопаркы» проекттары тикшерелде. Бынан тыш, сарала ҡатнашыусылар һөҙөмтәле коммуникациялар төҙөү, төрлө кооперация моделдәренең ыңғай һәм кире яҡтары тураһында һөйләне, шулай уҡ үҙ эшмәкәрлек өлкәләрендә алдынғы технологияларҙың ролен баһаланы.

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы Радиоэлектрон сәнәғәт департаментының корпоратив идаралыҡ бүлеге начальнигы Виктор Изирушев Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы линияһы буйынса тәҡдим ителгән бизнесҡа ярҙам саралары тураһында һөйләне. Бизнес-проекттарҙы берлектә финанслау бындай сараларҙың береһе булып тора, уның сиктәрендә үҙ аҡсаңдың 30% булғанда һәм 20 эш урыны булдырыу, ете йылда планды тормошҡа ашырыу тураһында йөкләмәләр булғанда 2,5 миллиард һумға тиклем аҡса алырға мөмкин. Һүҙ урта һәм ҙур бизнес хаҡында бара, сөнки ошо ярҙам программаһына күләме 50 миллион һумдан алып тәшкил иткән проекттар инә.

 https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56240

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: