3 июндә Сибайҙа Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Владимир Сенин рәйеслегендә «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Рәсәй Дәүләт Думаһының Финанс баҙары буйынса комитетының Тотороҡло үҫеш һәм «йәшел» финанслау буйынса эксперт советының киңәйтелгән ултырышы уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһынан Дәүләт Думаһы депутаты, Эксперт советы рәйесе Владимир Сенин билдәләүенсә, төбәккә аҡса килтергән һәр йәшел инвестиция проектына беҙ ярҙам ителәсәк, федераль һәм төбәк кимәлдәрендә һүҙ-хәбәрҙәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсаттарының һәм бурыстарының тап килеүен күрәбеҙ. Халыҡ-ара кимәлгә килгәндә, бының менән илдең милли мәнфәғәттәрендә генә шөғөлләнәсәктәр. Башҡортостан Рәсәйҙә углеродлы берәмектәр менән сауҙа итеү баҙарын булдырыу мәсьәләләре профессиональ тикшерелгән тәүге төбәктәрҙең береһе .
Дәүләт Думаһы депутаты, энергетика буйынса комитет ағзаһы һәм «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Йәшел иҡтисад» федераль партия проекты координаторы Юрий Станкевич климат көн тәртибенең юғары сәйәсиләштерелеүен билдәләне, әммә был илебеҙ өсөн климат үҙгәрештәрен яраҡлаштырыуға бәйле мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең көнүҙәклеген бөтөрмәй.
Ул Рәсәй Фәндәр академияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, сәсеүлектәрҙең 65 проценты, сабынлыҡтарҙың 28 проценты, Рәсәй көтөүлектәренең 50 проценты бөгөн эрозия, дефляция, ваҡыты-ваҡыты менән ҡоролоҡ, саң бураны йоғонтоһона дусар булыуын белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, ошо саҡырыуҙарға яуап биреү өсөн «Йәшел иҡтисад» проекты эшләй башлаған. Проекттың бурыстары араһында: иҡтисадтың ресурс һөҙөмтәлелеген күтәреү, икенсел матди ресурстарҙың әйләнеше күләмен арттырыуҙы күҙ уңында тотҡан ябыҡ цикл иҡтисады трендтарын көсәйтеү, йәмғиәттә тотороҡло үҫеш принциптарына нигеҙләнгән тәртип моделен нығытыу, юғары социаль яуаплылыҡ.
Эксперт Сергей Швецов фекеренсә, Рәсәйгә ағымдағы шарттарҙа һөҙөмтәлерәк булырға һәм хатта өлкәлә халыҡ-ара повестканы уҙып китергә кәрәк. Бының өсөн аҙмы-күпме нигеҙ бар - һуңғы ике йылда Үҙгәрештәр өсөн финанслау йәлеп итергә мөмкинлек биргән институттар булдырылған. Рәсәй экспорты яйлап географияһын үҙгәртеүгә ҡарамаҫтан, хатта яңы баҙарҙарҙа ла хаҡтарға ҡарамаған конкуренция көсәйәсәк һәм углерод эҙе факторы продукциябыҙҙы рекламалағанда төп факторҙарҙың береһе буласаҡ. Эксперт шулай уҡ, проекттың граждандарыбыҙҙың мәҙәниәтен һәм менталитетын үҙгәртеүҙе, халыҡтың тотороҡло үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙә ҡатнашыуын күҙ уңында тотоуын да билдәләне.
Финанс баҙары экологик проекттарҙы финанслауҙа ҡатнашырға мөмкинлек бирә, һәм бер йыл эсендә генә ул 10 тапҡырҙан ашыуға артҡан һәм уның күләме 170 миллиард һум тәшкил итә. Рәсәй банкының корпоратив мөнәсәбәттәр департаменты директоры Елена Курицына һөйләүенсә, Рәсәй банкы 2021 йылдан үҙ алдына кредит ойошмалары яғынан «йәшел» проекттарға инвестицияларҙы нисек дәртләндереү, шулай уҡ әлегә ESG-трансформациялар рельстарға баҫмаған компанияларҙы кредитлауҙы нисек әүҙемләштереү мәсьәләһен ҡуйҙы. Ул хәҙер «йәшел» көн тәртибенең төп элементы - энергияның күсеүе, энергетика үҙгәрештәренә ҡаршы көрәш темалары, углеводород эҙҙәре балансын үҙгәрткән һәм углерод-нейтраль эҙҙәрен яһаған был эштең хәҙер дәүләт, бизнес иғтибары үҙәгендә булырға тейешлеген, сөнки уларҙың әлеге мәлдә милли иҡтисад мәнфәғәттәренә нығыраҡ яуап биргәнен, тейешле көйләү, ҡиммәтле ҡағыҙҙар эмиссияһы стандарттарына үҙгәрештәр әҙерләнеүен, икенсе квартал аҙағына тиклем уларҙы ҡабул ителер тип уйлағанын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Рәсәй Финанс министрлығының Финанс сәйәсәте департаменты директоры урынбаҫары Павел Шахлевич 2030 йылға тиклем финанс баҙарын үҫтреү стратегияһын актуалләштереү буйынса башҡарылған эш, шул иҫәптән тотороҡло финанслау баҙарын үҫтереү мәсьәләләрен дә үҙ эсенә алыуы хаҡында һөйләне һәм ошоға бәйле инфраструктура облигациялары механизмын да үҫтерергә кәрәклеген, Бынан тыш, углерод берәмектәр менән һатыу итеүҙең милли системын булдырыу буйынса эште дауам итеү зарурлығын, бының артабан һөҙөмтәле халыҡ-ара сауҙа эшмәкәрлеген тәьмин итәсәген дә билдәләне.
ВЭБ.РФ закон сығарыу инициативалары үҙәге етәксеһе Татьяна Медведева, ВЭБ.РФ бөтә халыҡ-ара стандарттарға тап килгән инфраструктура проекттарының тотороҡлолоғон баһалау системаһын әҙерләне, тип хәбәр итте. Йәшел аспекттан тыш, социаль аспекттар, продукция етештереү, ҙур инфраструктура проекттары төҙөлөшө менән бәйле мәсьәләләр ҙә өҫтәлә. Эксперт Рәсәйҙә климат проекттарын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән квоталар һәм углерод берәмектәре кеүек ике төр углерод берәмеге барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне. Татьяна Медведева сентябргә норматив база әҙерләнеүе, хәҙер фокус климат проекттарының һөҙөмтәләре иҫәпкә алынған реестр барлыҡҡа килеүгә ҡайтып ҡалыуы, углеводород берәмектәрен иҫәпкә алыу бөгөн шундай ҡоролғанлығы, был уларҙың баҙарҙа сауҙа итеү мөмкинлеге бирмәүе, һәм бында ҡануниәттең камиллаштырыуға мохтаж икәнлеге, уларҙың финанс ҡоралдары булып китеүе өсөн ниндәйҙер юлды үтергә кәрәклеген, уларға тауар йәки ҡиммәтле ҡағыҙҙар булараҡ сауҙа итергә, өсөнсөһө - углерод берәмеген алыуға һәм файҙаланыуға хоҡуҡты раҫлаусы ниндәйҙер ҡиммәтле ҡағыҙ сығарырға мөмкинлеге тураһында ла әйтеп үтте.
Һаҡлыҡ банкының өлкән вице-президенты Татьяна Завьялова белдереүенсә, әлеге ваҡытта ҡабул иткән йәки унан баш тартҡан ҡарарҙар киләсәк үҫешебеҙгә 30 йыл һәм унан күберәк йоғонто яһаясаҡ.
- Татьяна Завьялова бының илдең конкурентлыҡҡа һәләте өсөн бик мөһим булыуын, бөгөн дә закон сығарыусы, көйләүсе, мониторинг үҙәге булараҡ дәүләттең роле ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеген, дәүләт ярҙамы йәшел проекттарҙы финанслауҙы дауам итеү өсөн баҙарға һәм тәрән трансформация стадияһына ингән банк өлкәһенә кәрәклеген, өҫтөнлөктәрҙе һәм артабанғы берлектәге эштәрҙе дөрөҫ һайлауҙан, шулай уҡ киләсәктең һайланған курсҡа дәүләт кимәлендә ярҙам күрһәтеүҙән тороуын билдләне.
Милли рейтинг агентлығы директоры Арина Розенцвет хәбәр итеүенсә, эксперттар баһаһын да күтәрергә кәрәк. Бындай рейтинг урындағы хакимиәттәрҙең иғтибарын йәлеп итәсәк. Агентлыҡ финанс һәм финанс булмаған секторҙар бүленгән, шулай уҡ төбәктәрҙең рэнкингы әҙерләнгән компаниялар рейтингы методологияһын яңыртты.