«Урал аръяғы - 2022» инвестиция һабантуйы сиктәрендә «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте менән «Башинформсвязь» пайсылар акционерҙар йәмғиәте араһында килешеү төҙөлдө. Документҡа ярашлы, яҡтар тәҡдимдәр әҙерләү буйынса мәғлүмәт менән алмашырға, бер-береһенә консультация ярҙамы күрһәтергә һәм үҙ компетенциялары сиктәрендә үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуҙы ойошторорға ниәтләй.
Башҡортостан Республикаһы Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов һанлаштырыуҙың - хәҙерге ысынбарлыҡтың айырылғыһыҙ йүнәлештәренең береһе булыуын, ҡул ҡуйылған килешеүҙең Үҫеш корпорацияһы оҙатыуында булған проекттарҙы тормошҡа ашырыу сифатын ярайһы уҡ яҡшыртырға, шулай уҡ һөҙөмтәле уртаҡ эш өсөн бизнес вәкилдәренең берләшеүенә булышлыҡ итергә тейешлеген, үҙ сиратында,бының беҙҙең төбәк инвесторҙары өсөн күркәм һәм халыҡ өсөн уңайлы буласағын билдәләне.
Документ сиктәрендә Килешеүҙә ҡатнашыусылар уртаҡ саралар планын әҙерләү, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары менән кооперацияла ярҙам итеү, «Алға» махсус иҡтисади зонаһы биләмәһендә уҙғарылған һәм ғәмәлгә ашырылған программаларҙы, проекттарҙы һәм сараларҙы, һанлы сервистар һәм продукттар әҙерләү һәм булдырыу йәһәтенән индустриаль парктарҙы яҡлау өлкәһендә үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында һөйләшеп килеште.
Белешмә өсөн:
«Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте - Башҡортостан Республикаһының «берҙәм тәҙрә» принцибы буйынса эшләүсе инвестиция проекттарын оҙатыу буйынса теркәү ойошмаһы. Белгестәр проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың бөтә стадияларында - концепция әҙерләүҙән алып объекттарҙы файҙаланыуға тапшырыуға тиклем - бушлай ярҙам күрһәтә. Менеджерҙар Башҡортостан Республикаһы территорияһында үҙ бизнесын үҫтереү менән ҡыҙыҡһынған бөтә инвесторҙарға комплекслы ярҙам күрһәтергә һәм улар өсөн ышаныслы партнер булырға әҙер. Ведомство хеҙмәттәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте Үҫеш корпорацияһының рәсми сайтында табырға мөмкин. «Башинформсвязь» пайсылар акционерҙар йәмғиәте - Урал төбәгендә һәм илдә иң ҙур элемтә операторҙарының береһе. Компанияның штаб-квартираһы Өфө ҡалаһында урынлашҡан. Компанияның эре акционеры - «Ростелеком» пайсылар акционерҙар йәмғиәте.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56230