+24 °С
Облачно
Антитеррор
ИҠТИСАД
5 Июня 2022, 09:00

Башҡортостандың ике предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты

«Урал аръяғы-2022» инвестиция һабантуйында тағы ике предприятие «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты

Башҡортостандың ике предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнаштыБашҡортостандың ике предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты
Башҡортостандың ике предприятиеһы «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты

«Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә тағы ике предприятие - «Акрос РБ» һәм «Сталькон» ҡорос конструкциялар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре - «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектында ҡатнашты. Форумда улар менән милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса үҙ-ара эш итеү тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. БР Хөкүмәте исеменән ҡултамғаларҙы БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡуйҙы.

Ул «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектының предприятиеларҙа яңы етештереү мәҙәниәтен булдырыуҙы тәьмин итеүе, килешеүгә ҡул ҡуйыу предприятиеларҙың милли проектты ғәмәлгә ашырыуға инеү документы булып тороуы, унда ҡатнашыу хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге эксперттар ярҙамында етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн алдынғы идара итеү, ойоштороу һәм технологик ҡарарҙар индереүҙе дәртләндерергә,производствоны модернизациялауға, реновациялауға һәм үҫтереүгә көстәрҙе яңынан бүлергә мөмкинлек биреүен билдәләп үтте.

«Акрос РБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ауыл хужалығы техникаһының запас частары һәм агрегаттары етештереүсе, капиталь-тергеҙеү ремонты һәм техник хеҙмәтләндереү буйынса эштәр башҡара. «Акрос РБ» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәттәренең төп ҡулланыусыһы - Башҡортостан аграрийҙары. Предприятие республиканың ауыл хужалығы матди-техник ресурстар баҙарында 8 йылдан ашыу эшләй. «СТАЛЬКОН» заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тауыштан һаҡлаусы экрандар әҙерләүсе булып тора. Предприятиела Рәсәйҙең бөтә территорияһы буйлап төрлө объекттар: Рәсәй тимер юлдары объекттары, федераль һәм төбәк автомобиль юлдары, шулай уҡ ҡорамалдарҙан шау-шыу кәметеү талап ителгән производство территориялары өсөн продукция етештерелә. Завод баҙарҙа 4 йылға яҡын эшләй, Рәсәй Федерацияһының 16 төбәгенең баҙарҙарын үҙ эсенә ала.

Шуны билдәләп үтергә кәрәк: адреслы эксперт ярҙамынан тыш, милли проектта ҡатнашыусы предприятиелар өсөн предприятиеларҙы үҫтереү өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән системалы саралар комплексы әҙерләнгән: «Етештереүсәнлек лидерҙары», «Экспорт үҫеше акселераторы», остазлыҡты үҫтереү программалары, шулай уҡ һалым ҡайтармаһын, льготалы займ һәм субсидиялар алыу мөмкинлеге бар.

 Белешмә өсөн:

2022 йылдың 2-4 июнендә Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһында «Урал аръяғы-2022» дүртенсе Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы уҙғарыла. Сараны Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Стратегик башланғыстар агентлығы ойоштора. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың 2018 йылда май указына ярашлы раҫланды һәм 2024 йылға илдә хеҙмәт етештереүсәнлеген йыл һайын 5 процентҡа арттырыу өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән. Башҡортостан Республикаһында «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты сараларын тормошҡа ашырыу буйынса координатор һәм яуаплы башҡарыусы булып БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы тора. «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты тураһында күберәк белергә һәм ҡатнашыуға ғаризаны производительность.рф порталында бирергә мөмкин.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56234

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас