Бөгөн Сибайҙа «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында «Тулы цикллы, ҡеүәте йылына 26-30 тонна ҡоро продукт тәшкил иткән лиофилизланған ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе ойоштороу» проектын тормошҡа ашырыу буйынса инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөлдө. Республика Хөкүмәте менән ҡул ҡуйылған документ сиктәрендә бейә һөтөн киптереү һәм ҡымыҙ етештереү менән шөғөлләнеүсе «Экопродукт» компанияһы ҡеүәтен арттырырға ниәтләй. Инвестор тулы цикллы етештереүҙе яйға һалырға планлаштыра, капитал һалыуҙар 223 миллион һумға баһалана.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ҡымыҙҙың беҙҙең милли продукт икәнлеген, республикабыҙҙың уны етештереү буйынса илдә лидер булыуын, башҡа төбәктәрҙә һәм илдәрҙә ҡымыҙға һәм бейә һөтөнән етештерелгән башҡа продукцияға ихтыяж артыуын, уларҙың тиҙ боҙолоусан продукттар булыуын иҫәпкә алғанда, лиофилизацияны үҫтереү географияны һәм поставкалау күләмдәрен ярайһы уҡ киңәйтергә ярҙам итәсәген, төбәктә йылҡы иҫәбенең 120 мең баштан ашыу булыуын иҫәпкә алғанда, был Башҡортостанда һөт йылҡысылығын артабан үҫтереү өсөн яҡшы стимул булыуын билдәләп үтте.
Бөгөн «Экопродукт»тың әҙер продукцияһын Ҡаҙағстан Республикаһы предприятиелары әүҙем һатып ала. Компания Рәсәйҙә бейә һөтөнән һәм ҡымыҙҙан сублимирланған һөт продукцияһын етештереүсе һәм һатыусы берҙән-бер компания булып тора.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news/?ELEMENT_ID=56227