«Зауралье-2022» форумында «Экодолье» һәм «Астраком» йәмғиәттәре менән инвестиция ниәттәре тураһында килешеүҙәр төҙөлдө
«Зауралье-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы барышында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «Экодолье» һәм «Астраком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре инвесторҙары араһында инвестиция ниәттәре тураһында ике килешеү төҙөлдө. Документҡа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов ҡул ҡуйҙы.
«Экоделье» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - элекке Күмертау күмер киҫелеше күле биләмәһендә туристик экологик парк булдырырға ниәтләгән компания, ул экопарк һәм глэмпинг йүнәлешен үҙ эсенә ала. 2021 йылдың 30 декабрендә предприятие «Күмертау» йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булған. Инвестиция проектының хаҡы 75,9 миллион һум тәшкил итә, 10 эш урыны булдырыу күҙаллана. «Астраком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте - радиоэлемтә ҡорамалдарын стандарт талаптарына һәм ҡорамалдарҙың техник характеристикаларын билдәләгән башҡа норматив документацияға ярашлылыҡта үлсәү (һынау) үткәреү буйынса предприятие.
https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56235