+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июнь 2022, 17:16

Башҡортостан Хөкүмәте Белоруссияның «АМКОДОР» холдингы менән килешеү төҙөнө

Белоруссияның «Амкодор» холдингы Башҡортостанда тормошҡа ашырыласаҡ проекттарға 2,5 миллиард һум  инвестициялаясаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Белоруссияның «АМКОДОР» холдингы менән килешеү төҙөнө
Башҡортостан Хөкүмәте Белоруссияның «АМКОДОР» холдингы менән килешеү төҙөнө

Белоруссияның «Амкодор» холдингы Башҡортостанда ике проектты ғәмәлгә ашырыуға 2,5 миллиард һум инвестиция һала. Кесе йома, 16 июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә компания төбәк Министрҙар Кабинеты һәм Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы менән башҡарыласаҡ эштәр тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документҡа республика премьер-министры Андрей Назаров, корпорация етәксеһе Наил Ғәббәсов һәм «Амкодор»ҙың директорҙар советы рәйесе Александр Шакутин ҡул ҡуйҙы.

Холдинг Өфө районында игенде урып йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереүҙе башларға һәм Өфөлә етештереү-сервис үҙәге булдырырға ниәтләй. Заводта 200-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ. «Өфө» индустриаль паркында 6,4 гектар майҙанда производство эшләй башлаясаҡ. Хәҙер төбәктең Үҫеш корпорацияһы инвестор менән берлектә проекттың бизнес-планын һәм финанс моделен әҙерләй. Уны компанияның бер нисә преференция алыуы өсөн өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү күҙ уңында тотола.

Производство-сервис үҙәген булдырыу өсөн ҡаланың Октябрь районында Сельская Богородская һәм Маршал Жуков урамдары менән сикләнгән кварталда 1 гектар майҙан һайланған. Был проектты тормошҡа ашырғанда 25 эш урыны булдырыласаҡ. Андрей назаров тап беҙҙең төбәктең Белоруссия холдингының етештереү эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн майҙансыҡҡа әүерелеүенең шатлыҡлы хәл булыуы,берлектәге тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген үҫтереү пландарында был йүнәлештә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙең айырыуса мөһим икәнлеген, Белоруссия холдингының үҫешеүен, Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә һатыла алған техника етештереү буйынса бер нисә завод тәҡдим итеүҙәренә, ошо продукцияның кимәле һәм сифаты донъя талаптарына яуап биреүенә  өмөтләнеүебеҙ тураһында белдергән.

«Амкодор» объекттар төҙөлөшөн 2023 йылдың мартында тамамларға ниәтләй. Александр Шакутин төбәктә инвесторҙар менән эшләү процесының тиҙлеген һәм яйға һалыныуын билдәләне. Ул Башҡортостан дың иҡтисад менән идара итеү эшләп килгән, халыҡ уңышҡа өлгәшеү менән ҡыҙыҡһынған һәм бөтә ҡарарҙар бик тиҙ ҡабул ителгән иң яҡшы территорияларҙың береһе булыуы, проекттың әҙерлек кимәле бик юғары, ике объект буйынса ла техник проекттың  әҙер булыуы, был проектты тормошҡа ашырыу тиҙлеге - Белоруссияла йәки Рәсәйҙә бындайҙың әлегә булғаны юҡлығы, бөгөн «Амкодор» менән Башҡортостандың ошо проектты тормошҡа ашырыу теләгенең тап килеүе, санкцияларҙа булған осорҙа беҙгә бөтә донъяға рустарҙың һәм белорустарҙың ауыр ваҡытта мөғжизәләр тыуҙыра алыуын күрһәтеүҙең айырыуса мөһимлеген билдәләп үтте.

2021 йылдың декабрендә Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Беларусь Республикаһына барҙы. Сәфәр сиктәрендә республикала проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән ҡыҙыҡһынған инвесторҙар менән осрашыуҙар үткәрелде. Бынан алда Белоруссия президенты Александр Лукашенко Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Башҡортостан менән тауар әйләнешенең «һәйбәт ҡуйылған эш» ваҡытында 1 миллиард долларға етеүе мөмкин тип белдергәйне. 2020 йылда республикалар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 285 миллион долларға тиклем кәмегән, шул иҫәптән коронавирус пандемияһы ла күрһәткестәрҙең насарайыуына тәьҫир иткән.

Белешмә өсөн:

«Амкодор» асыҡ акционерҙар йәмғиәте - белорус машиналар эшләү компанияһы, эре халыҡ-ара холдинг тибындағы берекмә. Төркөм предприятиелары Белоруссила, Рәсәйҙә, Украинала һәм БДБ илдәрендә эшләй. Компания юл-төҙөлөш, логистика, ауыл хужалығы, урман һәм башҡа тармаҡтар өсөн махсус машиналар сығара.

Сығанаҡ: https://ufa.rbc.ru/ufa/16/06/2022/62ab04a79a79472542f019f6

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: