Ул Петербург иҡтисади форумында 65 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 31 килешеүгә ҡул ҡуйырға планлаштырылыуы, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу - Башҡортостандың үҫешенә булышлыҡ итәсәк төп иҡтисади мәсьәләләрҙе тикшереү һәм хәл итеү өсөн яҡшы мөмкинлек булыуы, быйыл Башҡортостан сода компанияһы менән берлектә ҙур һәм функциональ стенд әҙерләнеүе, уның иң ҙур төбәк майҙансыҡтарының береһе буласағы тураһында ла белдерҙе.
Экспозицияның төп детале – Өфө ҡалаһының юбилейына төҙөләсәк тирмә инсталляцияһы, йәки ДНК - Фән һәм мәҙәниәт һарайы. Ул республикабыҙ ҡаҙаныштары тураһында презентация материалдары трансляцияһы зонаһы булып хеҙмәт итәсәк. Бында республикабыҙҙың химия гиганты - Башҡортостан сода компанияһынан ғәҙәти булмаған визуаль тамаша ҡарарға мөмкин. Шулай уҡ донъя кимәлендәге Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары студенттары кампусы макетын һәм КумАПП-та етештерелгән Кмд-32А11ВС вертолеты кабинаһы формаһындағы һөйләшеүҙәр зонаһын тәҡдим итеү күҙаллана.