-1 °С
Болотло
Башҡортостан «Газпром газ-мотор яғыулығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә төбәктә индерелгән газ заправкалары һанын йыл һайын бишәүгә тиклем арттырырға тәҡдим итте. Был тәҡдим кесе йома, 16 июндә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаровтың «Газпром» структураһының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Денис Корниенко менән осрашыуында тикшерелде. Быйыл «Газпром газ-мотор яғыулығы» Өфө районындағы М-5 трассаһы буйлап ике автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһын (АГНКС) сафҡа индерә. Денис Корниенко 2023 йылдан алып Башҡортостанда ғәмәлгә ашырылған проекттар һанын арттырырға әҙер булыуын белдерҙе.