+34 °С
Ясно
Антитеррор
ИҠТИСАД
16 Июня 2022, 11:43

Хәбиров «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында

Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр – электрон төрҙә

Хәбиров «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһындаХәбиров «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында
Хәбиров «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы тураһында

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров республикала урындағы халыҡ һәм бизнес өсөн дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе электрон төрҙә алыу өҫтөндә күп эшләнеүе, уның ваҡытты, көстө экономиялауы, ә дәүләт менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙең уңайлашыуы тураһында белдерҙе. Ул Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән берлектә БР Һанлы үҫеш министрлығы әҙерләгән «Һанлы мөлкәт һәм төҙөлөш» суперсервисы хаҡында һөйләүен, был сайтта төҙөлөш башлаусылар өсөн бөтә мәғлүмәт тупланғанлығын, уның шәхси йорт төҙөргә йыйынған ябай халыҡҡа ла, ҙур биләмәләрҙе үҫтерергә ниәтләгән төҙөүсе-девелоперҙарға ла берҙәй файҙалы була алыуы хаҡында ла әйтеп китте.

Уңайлыраҡ булһын өсөн участка һатып алыуҙан йәки уны бушлай алыуҙан башлап йорт төҙөүгә һәм коммуникация селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн килешеү төҙөүгә тиклем типлаштырылған хәлдең бер нисә сценарийы әҙерләнгән. Хәҙер теләһә ниндәй этапта документтарҙы дөрөҫ тултырыу өсөн сәғәттәр буйына нормативты өйрәнергә кәрәкмәй – компьютер төймәләренә бер нисә тапҡыр баҫып алыу ҙа етә. Өҫтәүенә, бөтә хеҙмәттәрҙе лә онлайн алырға мөмкин. Әгәр кәрәкле хеҙмәтте электрон төргә күсермәһәләр, сервис уны нисек һәм ҡайҙа алырға кәрәклеген күрһәтә. Барыһы ла тиҙ һәм уңайлы, артыҡ мәшәҡәтһеҙ. Суперсервистың үҫешеүен дауам итеүе бик мөһим. Мәҫәлән, тормоштағы төрлө хәлдәр бүлеге ҡулланыусыларҙың ихтыяждарын иҫәпкә алып тулыланасаҡ.

Ентеклерәк мәғлүмәт алыу өсөн сайт: https://stroyka.bashkortostan.ru/

Радий Хәбиров үҙенең https://vk.com/wall413272232_827309 посында барыһына ла уңыштар теләгән.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас