+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июнь 2022, 17:35

Килешеү төҙөлдө

Компаниялар төркөмөнә ҡош ите, тауар йомортҡаһы һәм тәрән эшкәртеү продукцияһы етештереүселәр инә

Килешеү төҙөлдө
Килешеү төҙөлдө

«Трост» менән Башҡортостандағы иң ҙур агросәнәғәт холдингы - «Рус Игене Өфө» компаниялар төркөмө идара итә. Компаниялар төркөмөнә ҡош ите, тауар йомортҡаһы һәм тәрән эшкәртеү продукцияһы етештереүселәр инә. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса компанияның килеме 2020 йыл менән сағыштырғанда 30 процентҡа артҡан һәм 13,3 миллиард һум тәшкил иткән. Ошо килешеү менән Башҡортостандағы малсылыҡ активтары бизнесының ғәмәлдәге стратегияһын нығытылған. Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа бизнесыбыҙҙың был блогының тәү сираттағы бурысы - халыҡты социаль мөһим аҙыҡ-түлек менән етерлек күләмдә һәм арзан хаҡ буйынса өҙлөкһөҙ тәьмин итеү. Шулай уҡ  уның ҡеүәтен рттырыу һәм модернизациялау сиктәрендә төбәктә яңы эш урындары минән  тәьмин итеү.

 «Рус Игене Өфө» компанияларында өс меңләп кеше эшләй ала. Әле биологик таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү башланған. Төҙөлөштө 2022 йылда тамамлау күҙаллана. Шулай уҡ ҡошсолоҡ фабрикаһында быйыл ресторандар селтәре өсөн яңы заманса хәләл продукция цехы сафҡа индереләсәк. Яңы цехтың йыллыҡ етештереү күләме - 4000 тонна.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: