+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
16 Июнь 2022, 17:05

Киптереү-таҙартыу комплекстары етештереләсәк

«Амкодор» Өфөлә ауыл хужалығы техникаһы етештереү һәм хеҙмәтләндереү өсөн завод һәм сервис төҙөргә ниәтләй

Киптереү-таҙартыу комплекстары етештереләсәк
Киптереү-таҙартыу комплекстары етештереләсәк

Башҡортостанда Белоруссияның «Амкодор» холдингы завод һәм сервис үҙәген асырға ниәтләй. 1,05 миллиард һумлыҡ комплекс төҙөлөшөн 2023 йылда тамамлау күҙаллана.

Белоруссия холдингының етештереү майҙансығы - «Өфө» индустриаль паркында, ә сервис үҙәге Өфөнөң Октябрь районында урынлашасаҡ. Өфөлә иген таҙартыу-киптереү комплекстарын етештереү планлаштырыла.

Айырыуса берлектәге тышҡы сауҙа эшмәкәрлеген үҫтереү пландарында был йүнәлештә хеҙмәттәшлекте киңәйтеү бик мөһим, тип билдәләне Андрей Назаров. Быларға инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу ҙа, техника менән тәьмин итеү ҙә, башҡа бик күп аспекттар ҙа инә.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: