-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Июнь 2022, 21:13

3 меңдән ашыу тикшереү үткәрелмәгән

Мораторий индерелгәндән алып республикала 3 меңдән ашыу бизнес тикшереүе туҡтатылған

3 меңдән ашыу тикшереү үткәрелмәгән
3 меңдән ашыу тикшереү үткәрелмәгән

2022 йылда күҙәтеү сараларын ойоштороуға Рәсәй Хөкүмәтенең март айында индерелгән мораторийынан һуң Башҡортостан властары бизнесҡа 3 меңдән ашыу контроль тикшереүҙе туҡтатҡан.

Бынан тыш, республикала элек бирелгән  6,5 мең күрһәтмәнең ғәмәлдә булыу ваҡыты автоматик рәүештә оҙайтылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был халыҡ-ара иҡтисади санкциялар шарттарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү өсөн эшләнгән. Өҫтәп шуны билдәләйбеҙ, Башҡортостан Хөкүмәте төбәк иҡтисадының тотороҡло үҫешен тәьмин итеү буйынса көрсөккә ҡаршы саралар планын раҫланы, уға дөйөм суммаһы 54 миллиард һумдан ашыуыраҡ тәшкил иткән  154 ярҙам төрө инә.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=56344

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: