-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Июнь 2022, 09:30

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Газпромбанк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде

Газпромбанк шәхси банк хеҙмәтләндереүе, корпоратив финанслау һәм инвестиция банкингының башҡа өлкәләрендә активтар менән идара итеү буйынса Рәсәй лидерҙарының береһе булараҡ, финанс баҙарында көслө позициялар биләй

Башҡортостан Хөкүмәте һәм Газпромбанк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде
Башҡортостан Хөкүмәте һәм Газпромбанк араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә өлгәшелде

Газпромбанк һәм Башҡортостан Республикаһы төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, уның иҡтисади һәм сәнәғәт потенциалын нығытыу бурыстарын тормошҡа ашырғанда үҙ-ара килешеп эш итеү тураһында һөйләшеп килеште. Яҡтар республикала уңайлы инвестиция мөхите булдырыуҙы, эшҡыуарлыҡ мөхитенең конкурентлыҡҡа һәләтен һәм дөйөм йәшәү кимәлен күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған.

2022 йылда Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ошо хаҡтағы килешеүгә Газпромбанк идараһы рәйесе урынбаҫары Александр Муранов һәм республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы.

Газпромбанк ағымдағы һәм инвестиция эшмәкәрлеген финанслауҙа һәм республика учреждениеларына комплекслы банк хеҙмәтләндереүе күрһәтеүҙә ҡатнашасаҡ, ғәмәлдәге һәм буласаҡ проекттар сиктәрендә инвестицион консультация биреү өлкәһендә иң яҡшы экспертиза тәҡдим итәсәк.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: