+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
17 Июнь 2022, 09:40

Ер һөрөү буйынса чемпионат

16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Павел Косов менән осрашты.

Ер һөрөү буйынса чемпионат
Ер һөрөү буйынса чемпионат

Компанияның республика ауыл хужалығы етештереүселәре менән үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлеген киңәйтеү перспективаларын тикшерҙек. 2019 йылдан «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан аграрийҙары әүҙем ҡатнашҡан ауыл хужалығы техникаһы паркын яңыртыу буйынса яңы федераль льготалы программаларҙы тормошҡа ашыра

Павел Косов махсус акция тураһында хәбәр итте, уға ярашлы ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе эре предприятиелар машиналар етештереү пландарын «Росагролизинг» программалары менән бәйләй. Бында лизингтың льготалы шарттары һаҡлана. - Июнь аҙағына тиклем агролизинг программаһында ҡатнашырға әҙер ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәренән заявкалар көтәбеҙ, - тине Павел Косов.

Осрашыу һуңында «Росагролизинг» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры 7-14 августа Ленинград өлкәһендә үтәсәк Ер һөрөү буйынса Рәсәй асыҡ чемпионаты хаҡында һөйләне. Быйыл унда Башҡортостандан Мәләүез һәм Тәтешле райондары механизаторҙары ҡатнаша.

Радий Хәбиров республикала Ер һөрөү буйынса Рәсәй чемпионатын үткәрергә тәҡдим итте.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: