16 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Хөкүмәте һәм Торлаҡ өлкәһендә үҫеш институты хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө.
Документҡа республика Башлығы Радий Хәбиров һәм ДОМ.РФ генераль директоры Виталий Мутко ҡул ҡуйҙы. Килешеү төбәктә ДОМ.РФ инфраструктура облигацияларын файҙаланып социаль һәм коммуналь объекттар төҙөүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостан - Рәсәйҙең яңы финанс ҡоралын ҡулланған туғыҙынсы төбәге. Ул Өфөлә «Забелье» биҫтәһе, Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале территорияһында һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү селтәрҙәрен, шулай уҡ 360 уҡыусыға иҫәпләнгән Республика математика лицей-интернаты биналары комплексын төҙөү өсөн кәрәк. - Төбәктәрҙә заманса, сифатлы инфраструктураның булыуы - йәшәү сифатын арттырыу, Рәсәй төбәктәрен үҫтереү өсөн төп шарттарҙың береһе. Облигациялар сығарыу аша льготалы финанслау механизмының төп плюсы – уның универсаллеге. Башҡортостанда уның ярҙамында яңы торлаҡ төҙөлөшө өсөн коммуналь селтәрҙәр, мөһим медицина һәм белем биреү объекттары төҙөләсәк, - тине Виталий Мутко.
Башҡортостан Башлығы ДОМ.РФ менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә хәл ителгән проекттарҙың күләмлелеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.