+8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 17:55

Баҡыр етештереү буйынса яңы проект

Республикала 13,4 миллиард һумға катодлы баҡыр етештереү буйынса инвестиция проекты тормошҡа ашырыла

Баҡыр етештереү буйынса яңы проект
Баҡыр етештереү буйынса яңы проект

Башҡортостан Хөкүмәте Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Ҡаҙағстандың « Iron Concentrate Company» компанияһы менән инвестиция ниәттәре тураһында килешеү төҙөнө. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Сибай тау-байыҡтырыу комбинатында асыҡланған тоҡомдарҙан һәм карьер һыуҙарынан катодлы баҡыр етештереү буйынса пландар 3 июндә үк, Сибайҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған «Урал аръяғы-2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында тикшерелгәйне.

Яңы производство Сибайҙағы экологик хәлде яҡшыртыу өсөн мөһим әһәмиәткә эйә буласаҡ, сөнки баҡыр етештереү өсөн сеймал сифатында ташландыҡ тоҡомдар һәм урындағы карьерҙан һыу файҙаланыласаҡ. Инвесторҙар баһалауынса, унда 240 мең тоннаға тиклем баҡыр булыуы ихтимал. Инвестиция проектының хаҡы яҡынса 13,4 миллиард һум тәшкил итә. 180 эш урыны булдырыу күҙаллана. Йылына 20 мең тонна баҡыр ҡеүәтенә эйә яңы комплекс яңы технология буйынса эшләйәсәк.

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: