-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 17:45

Башҡортостанда электр етештереү буйынса илдәге иң ҙур етештереү кластерын булдырыу планлаштырыла

Өфө трансформатор заводы базаһында ҙур электротехник кластер ойоштороу планлаштырыла

Башҡортостанда электр етештереү буйынса илдәге иң ҙур етештереү кластерын булдырыу планлаштырыла
Башҡортостанда электр етештереү буйынса илдәге иң ҙур етештереү кластерын булдырыу планлаштырыла

Кисә, 2022 йылдың 17 июнендә, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сессияларының береһендә Рәсәйҙә ҙур электротехник кластер булдырыу тураһында килешеү төҙөлдө, тип хәбәр итә ТАСС агентлығы. Якорь предприятиеһына (Өфө трансформатор заводы) ERSO компанияһы инвестиция һаласаҡ. Аҡсаның суммаһы билдәле, ул дүрт миллиард ярым һум тәшкил итә.

ERSO етештереү ҡеүәтен арттырырға һәм продукцияның ассортиментын үҫтерергә ниәтләй. 2025 йылға Өфө предприятиеһы төрлө көсөргәнешле трансформаторҙар һәм өҫтәмә электр тауарҙары етештерәсәк. Шулай уҡ компанияның генераль директоры заводтың яҡынса 800 гражданға эш бирәсәген билдәләне. Производствонан тыш, предприятие ағымдағы йылдың февралендә булып үткән ваҡиғаларҙан һуң сервис һәм үҙенең трансформатор продукцияһы, шулай уҡ РФ баҙарынан киткән компанияларҙың тауарҙары менән тәьмин итәсәк. Алдан хәбәр ителгәнсә, «Россети» компанияһы Азия илдәре менән хеҙмәттәшлекте киңәйтергә ниәтләй.

Сығанаҡ: https://infinica.ru/na-baze-ufimskogo-transformatornogo-zavoda-planiruetsya-sozdat-krupneyshiy-elektrotehnicheskiy-klaster.php?utm_source=yxnews&utm_medium=desktop

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: