-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 23:01

Башҡортостандың Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса советы юғары бал алды

Башҡортостан Стратегик башланғыстар агентлығының Инвестиция мөхите милли рейтингының тәүге биш лидеры иҫәбенә инде. Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса беҙҙең төбәк советы юғары балл алды - 5. Илдә ул уртаса 4-кә тиң.

Башҡортостандың Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса советы юғары бал алды
Башҡортостандың Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса советы юғары бал алды

Рәсәй Президенты Владимир Путин Башҡортостанды рейтинг исемлегенә инеүе менән ҡотланы һәм төбәктәргә уңышлы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. РФ Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов инвесторҙар менән мөнәсәбәттәр булдырыуҙың юғары кимәлен билдәләне. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса, төбәккә инвестициялар күләме яҡынса 420 миллиард һум тәшкил иткән; 93,2 миллиард һумға 948 инвестиция проекты тормошҡа ашырылған.

Быйыл 54,3 миллиард һумға 154 сара ингән бизнесҡа ярҙам итеү саралары пакеты ҡабул ителгән. «Алға» махсус иҡтисади зонаһы һөҙөмтәле эшләй; ул Рәсәй иҡтисади зоналарының инвестиция йәлеп итеүсәнлеге буйынса милли рейтингты етәкләй. Төбәктә планға ярашлы 50 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән 122 йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты теркәлгән; республика Рәсәй төбәктәре араһында 2-се урында.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: