-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 23:10

Евразия иҡтисади үҙәге булдырыла

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы-2022: Башҡортостан һәм Рәсәйҙең Волга буйы федераль округының  6 төбәге Евразия иҡтисади үҙәген булдырыу буйынса меморандумға ҡул ҡуйҙы

Евразия иҡтисади үҙәге булдырыла
Евразия иҡтисади үҙәге булдырыла

Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан Евразия иҡтисади үҙәген ойошторғанда Волга буйы федераль округының алты төбәге: Һамар, Һарытау, Ульяновск, Пенза өлкәләре, Удмуртия Республикаһы, Пермь крайы менән үҙ-ара эш итеү тураһында меморандумға ҡул ҡуйҙы. Был хаҡта Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостанда комплекслы инвестиция проектын булдырыу өҫтөндә эш донъя конъюнктураһы үҙгәргәнгә тиклем үк башланған. Ул дөйөм хаҡы 100 миллиард һумдан кәм булмаған ҡатнашыусы төбәктәрҙең 70-ләгән проектын берҙәм технологик циклдарға берләштерергә һәм юғары сифатлы продукция сығарыу өсөн уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

«Башинформ» агентлығы материалдарынан.

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: