XXV Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында кисә, 17 июндә, Рәсәй төбәктәрендә Инвестиция мөхите торошоноң Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында - бишенсе урында. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер йыл элек республика тәүге тапҡыр бишенсе урынға сыҡҡайны, быйыл да ошо күрһәткесте һаҡлап ҡалды. Республика 2019 йылда – туғыҙынсы, ә 2018 йыл йомғаҡтары буйынса 16-сы урында ине. Тәүге урындарҙа – Мәскәү, Татарстан, Мәскәү һәм Тула өлкәләре.
Быйыл бишесне урынды Түбәнге Новгород, Сахалин, Төмән, Новгород өлкәләре һәм Башҡортсотан бүлеште.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы мәғлүмәттәренән.
Фото: «Башинформ» агентлығынан.