Ҡаҙағстан Башҡортостан менән эшлекле хеҙмәттәшлек өлкәһендә аныҡ проекттар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Ҡаҙағстан Президенты Ҡасим-Йомарт Тоҡаев шундай белдереү яһаған. Башҡортостандың дәүләт компаниялары етәкселәрен һәм бизнесмендарҙы ике яҡ өсөн дә файҙалы хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн Ҡаҙағстанға саҡырҙы. Ул Радий Хәбировты бизнесмендар өсөн Ҡаҙағстанда үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек итеү өсөн барлыҡ шарттар ҙа булдырыласағына ышандырҙы.
Һөйләшеүҙә ҡатнашыусылар сауҙа-иҡтисади, сәнәғәт, инвестиция һәм мәҙәни-гуманитар өлкәләрҙә Ҡаҙағстан менән Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлекте артабан нығытыу буйынса сараларҙы тикшерҙе. Ҡасим-Йомарт Тоҡаев Башҡортостандың Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең стратегик партнерлығында айырым урын биләй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Фото: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан.