+23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 20:18

Радий Хәбиров юл төҙөлөшө ренессансы хаҡында

Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында юл төҙөлөшө ренессансы һәм ни өсөн "Өфө - Краснодар" юлын төҙөүгә йыйыныуҙары хаҡында һөйләне

Радий Хәбиров юл төҙөлөшө ренессансы хаҡында
Радий Хәбиров юл төҙөлөшө ренессансы хаҡында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә юл төҙөлөшө өлкәһендә барған хәл-ваҡиғаларҙы «автомобиль юлдары төҙөлөшө ренессансы» тип атаны. Был турала ул Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ойошторолған губернаторҙар менән «Автодор» дәүләт компанияһының иртәнге ашында белдерҙе. Бер юлы илдең бер нисә төбәгенә ҡағылышлы күләмле проекттар иҫәбендә - М-12 юғары тиҙлекле автомобиль юлын төҙөү, ул Башҡортостан биләмәһе аша ла үтәсәк. «Автодор» компаниялар төркөмөнөң идара рәйесе Вячеслав Петушенко фекер алышыу башында яңы М-12 трассаһы Рәсәйҙең Волга буйынан алып Көнбайыш Ҡытай менән сигенә тиклемге ҙур агломерацияларҙы тоташтырасағын билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, логистик сылбырҙарҙы глобаль үҙгәртеп ҡороу шарттарында был проект ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға күрә ил төбәктәре менән тығыҙ эш итеү мөһим. Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй төбәктәрендәге коллегаларын республиканың төп инфраструктура проекттары менән таныштырып, тарихта бер юлы өс-дүрт мегамагистраль проекттың тормошҡа ашырылыуы булмағанын, республика тураһына һөйләгәндә, уның тиҙ йөрөшлө М-12 «Мәскәү – Ҡазан - Екатеринбург» автомагистрале икәнлеген, бының  шатлыҡлы хәл икәнлеген, һис шикһеҙ эшләйәсәгебеҙ, бында барыһының да һәйбәт барыуын, республикабыҙҙың алға барыуын белдергән.

Республика өсөн әһәмиәтле тағы бер юл проекты - Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы. Уның дөйөм хаҡы 48 миллиард һумға баһалана. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, был проект 1,2 саҡрым оҙонлоҡтағы автомобиль юлы тоннелен, 2,7 саҡрымлыҡ эстакада менән Өфө йылғаһы аша күперҙе һәм 10 саҡрымлыҡ автомобиль юлын үҙ эсенә ала. Көнсығыш сығыу юлын асыу 2024 йылға, Өфөнөң 450 йыллығына планлаштырылған.

Тағы ла бер мөһим проект - Бөрө - Таштүбә - Һатҡы юлының 60 саҡрымын төҙөкләндереү. Был мөһим трасса республиканың төньяғын һәм төньяҡ-көнсығышын Свердловск һәм Силәбе өлкәләренә тура сығыу юлы менән тоташтырасаҡ. Радий Хәбиров «Автодор»ҙың эшлекле иртәнге ашында бөтә проекттарҙың да  бик ҡыҙыҡлы һәм төҙөлөш күләме буйынса бығаса булмаған объект булыуын билдәләне.

Дәүләт башлығының ҡушыуы буйынса М-12 трассаһын 2024 йылда асылырға тейеш. Һис шикһеҙ, был бурысты атҡарып сығасаҡбыҙ. Һорау тыуа: ә һуңынан нимә? Ошо хаҡта хәҙер уйларға кәрәк. Бушатылған ресурстарҙы соҡорҙарҙы ямау өсөн йүнәлтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Шуға күрә Көньяҡ-Көнбайыш хорда төҙөлөшө проектында ҡатнашыу ҡыҙыҡһындыра. Был йүнәлеш «Өфө - Краснодар» трассаһы тип атала. Ул стратегик иҡтисади әһәмиәткә эйә һәм көнсығыш территориялар менән Урал төбәктәрен ғәйәт ҙур илебеҙҙең көньяғы менән тоташтырасаҡ. Уның файҙаһына тағы бер мөһим дәлил бар: юл беҙгә 4 миллиондан ашыу туғандаш кеше йәшәгән Донбасс эргәһенән үтәсәк.

Бынан тыш, яңы хорда ҙур агломерацияларҙы берләштерәсәк һәм халыҡтың мобиллеген бик яҡшыртасаҡ. Был бик мөһим - ғаиләләребеҙ, граждандарыбыҙ өсөн ил буйлап йөрөү мөмкинлеген булдырыу – бик мөһим. Бының өсөн яҡшы хәүефһеҙ юлдар һәм, шуға ярашлы, бөтә тейешле инфраструктура кәрәк». Радий Хәбиров фекеренсә, М-12 трассаһын төҙөү иҡтисадтың тағы ла бер секторына - юл буйы сервисына этәргес бирә.

Трассалар, шул иҫәптән федаль трассалар буйында 400 потенциаль майҙансыҡ булдырылған. Был участкаларҙа тиҙ арала яңы бизнес-проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға мөмкин. Дөйөм алғанда, республикала юл төҙөлөшө темптары юғары. Төбәктә  компетенциялар, заманса техника, иң мөһиме, үҫешергә теләк һәм федераль үҙәктең ярҙамы бар. Иҡтисади хәл төбәктәргә яңы инвестициялар йәлеп итеүҙе талап итә, шуның өҫтөндә артабан да эш алып барыласаҡ, тип йомғаҡ яһаны республика етәксеһе.

"Башинформ" агентлығы материалдарынан.

Фото: БР Башлығының мәғлүмәт-аналитика хеҙмәтенән.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: