+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 19:24

Туризм ойоштороу - яратҡан шөғөл

Радий Хәбиров туризм һәм сәйәхәтселәр өсөн сервис ойоштороуҙоң  яратҡан эш булыуы тураһында белдерҙе

Туризм ойоштороу - яратҡан шөғөл
Туризм ойоштороу - яратҡан шөғөл

Республика башлығы Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы майҙансығында «Туризм корпорацияһы.РФ» акционерҙар йәмғиәте менән төҙөлгән килешеүгә аңлатма бирҙе.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, беҙҙең республикаға туристик «магнит» имиджын беркетеү, шул уҡ ваҡытта яңы эш урындары булдырыу, биләмәләрҙе үҫтереү бурысы тора. Президент был килешеүҙең  бик мөһим булыуын, республика үҙ көсө менән туризм өсөн инфраструктура булдырыуын, әммә туристар ағымының артыуын, динамиканы иҫәпкә алғанда,  төбәктең ихтыяж артынан өлгөрмәүе, шуға күрә дәүләт корпорацияһының ярҙамының республика өсөн бик мөһим икәнлеге, бының  ҙур инфраструктура проекттарын тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирәсәге,  йәки, ябай тел менән аңлатҡанда, инвестор һәм ер участкаһы булғанда, корпорацияның финанс ярҙамы тәҡдим итә аласағы, икәнлеге, йәки, ябай тел менән әйткәндә, тиҙ генә глэмпинг, мини-отель, туристик урында ҡунаҡхана төҙөү мөмкинлеге булһын өсөн инженер инфраструктураһын төҙөүҙә корпорацияның  финанс ярҙамы тәҡдим итә аласағы тураһында һөйләне.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: