-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
18 Июнь 2022, 19:55

Яңы тракторҙар һатып алыуҙы тәьмин итергә теләйбеҙ

Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы саралары «Кировец» ғаиләһенә яңы тракторҙар һатып алыуға субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота

Яңы тракторҙар һатып алыуҙы тәьмин итергә теләйбеҙ
Яңы тракторҙар һатып алыуҙы тәьмин итергә теләйбеҙ

17 июндә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов эш сәфәре менән Петербург трактор заводында булды, унда предприятиеның генераль директоры Сергей Серебряков менән осрашты.
Осрашыу Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургка сәфәр сиктәрендә үтте.
Осрашыу барышында яҡтар «Петербург трактор заводы» акционерҙар йәмғиәте менән Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы араһында 2022 йылда «Кировец» тракторҙарын һатып алыуға республиканың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре өсөн 5 процент күләмендә өҫтәмә ташлама биреү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
- Республиканың аграр секторында «Кировец»  тракторҙары ҙур һорау менән ҡуллана, улар төбәктәге ауыл хужалығы етештереүселәрендә 1000-дән ашыу берәмек иҫәпләнә, - тине Илшат Фазрахманов. - «Кировсылар»ҙың республика буйынса дөйөм тракторҙар паркындағы өлөшө 7 процент самаһы тәшкил итә, шул уҡ ваҡытта уларҙың уртаса йәше 20 йылдан ашыу. Шуға күрә беҙ паркты яңыртыуҙы тиҙләтергә һәм йылына 150 берәмектән кәм булмаған күләмдә «Кировец» ғаиләһенә яңы тракторҙар һатып алыуҙы тәьмин итергә теләйбеҙ.
Ул республика аграрийҙары исеменән Сергей Серебряковҡа Петербург трактор заводының конструкцияны, шул иҫәптән «Кировец» моделле тракторҙар ғаиләһенең төп агрегаттары эшенә электрон идара итеү һәм автоматлаштырыу системаларын камиллаштырыу буйынса системалы эше өсөн рәхмәт белдерҙе.
Республиканың ауыл хужалығы предприятиеларына дәүләт ярҙамы саралары  яңы тракторҙар һатып алыуға субсидиялар биреүҙе күҙ уңында тота. Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу программаһы буйынса, республика бюджетынан яңы техника һатып алыуға сығымдарҙың яртыһы һәм республика ассоциацияһына берләштерелгән махсус ремонт предприятиеларында файҙаланыуҙа булған тракторҙарҙы капиталь ремонтлау һәм модернизациялауға сығымдарҙың 60 проценты ҡайтарыла.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: