-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ИҠТИСАД
22 Июль 2022, 10:37

Проекттар ғәмәлгә ашырыла

2022 йылда Башҡортостанда һайлаусылар наказдары буйынса 245 миллион һумлыҡ проекттар ғәмәлгә ашырыла

Проекттар ғәмәлгә ашырыла
Проекттар ғәмәлгә ашырыла

2022 йылда республикала Рәсәй Федерацияһы сенаторҙарына, Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм Башҡортостан Республикаһы - Дәүләт Йыйылышы депутаттарына адресланған һайлаусылар наказы буйынса 700-ҙән ашыу объект төҙөлә, ремонтлана һәм төҙөкләндерелә.

Республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев һайлаусыларҙың наказдары «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Реаль эштәр» проекты сиктәрендә үтәлеүе, саралар төрлө-төрлө булыуы, күп ерҙә халыҡ үтенесе буйынса балалар һәм спорт майҙансыҡтары, мәктәп автобустары өсөн туҡталыштар ҡуйылыуы, ә ҡайҙалыр күперҙәр һәм тротуарҙар ремонтланыуы, парктар һәм шишмәләр төҙөкләндерелеүе, «Реаль эштәр»ҙең үҙенсәлеге шунда: проект программаларға һәм пландарға түгел, ә аныҡ кешеләрҙең ысын ихтыяждарына, халыҡтың коллектив башланғысына иҫәп тотоуы, ауыл һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр үҙҙәренә нимә кәрәклеген үҙҙәре хәл итеүе, әтөбәк һәм муниципаль властарҙың уларға финанслата һәм ойоштороу яғынан ярҙам итеүе тураһында һөйләне.

Дәүләт Йыйылышы спикеры әйтеүенсә, парламент каникулдары осоронда депутаттар үҙ округтары территорияһында эшләй һәм һайлаусылар менән бергә «Реаль эштәр» сиктәрендәге эштәрҙең барышын контролдә тота. Константин Толкачев сығымдарҙың ярайһы уҡ ҙур - 245 миллион һум булыуы, уларҙың 225 миллионы - республика бюджеты аҡсалары, ә ҡалғаны - урындағы бюджеттарҙың өлөшө һәм бюджеттан тыш финанслау булыуын да биләдәлп үтте.

Депутаттар урындағы халыҡ менән бергә проектҡа бүленгән һәр һумдың ғәмәлгә индерелеүе, ә эштәрҙең сифаты өмөттәрҙе аҡлауын контролдә тотасаҡ.

Белешмә

«Реаль эштәр» проекты Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе башланғысы менән 2015 йылдан тормошҡа ашырыла. Һайлаусыларҙың депутаттарға адресланған бөтә наказдары үтәлә. 2015-2021 йылдарҙа граждандарҙың 1,6 миллиард һумлыҡ ете меңдән ашыу башланғысы тормошҡа ашырылған (1,3 миллиард һумы - Башҡортостан Республикаһы бюджетынан, 254 миллион һумы - урындағы бюджеттарҙан, 57 миллион һумдан ашыуы - халыҡ һәм бағыусылар иғәнәһе). Аҡсалата вкладтарҙан тыш, проектта ҡатнашыуҙың физик хеҙмәт, бушлай транспорт һәм механизмдар биреү кеүек һәм башҡа формалары ла ҡаралған.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: