БР Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған «Минең ерем – минем байлығым» республика һүрәттәр конкурсында ҡатнашыу 3-сө башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыһы Аҡназар Сафин ҡатнаша өсөн ысын-ысындан «йондоҙло сәғәткә» әйләнә
Уның «Икмәк барыһына ла баш» тип исемләнгән эше 9 -10 йәшлек балалар араһында икенсе урынды яуланы. Конкурста республиканың төрлө райондарынан биш йөҙҙән ашыу һүрәт тәҡдим ителгәйне.
Бүләкләү Ф. Ғәскәров исемендәге Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәр ансамбле бинаһында үтте. Дәүләкән уҡыусыһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер – министры Рөстәм Мәрҙәнов ҡулынан Почет грамотаһы һәм төп бүләк – санаға сертификат (снегокат алды), был сараның ниндәй ҙур кимәлдә үткәрелеүен, етди иғтибар бирелеүен раҫлай.
Аҡназар бик ҡыуана, шул уҡ ваҡытта тулҡынлана ла, залда уны әсәһе, апаһы Эльвина Фидаил ҡыҙы һәм башланғыс кластар уҡытыусыһы Светлана Вәрис ҡыҙы ҡеүәтләп, дәртләндереп тора. Һәләтле малайға үҙ көсөн һынап ҡарарға тап уҡытыусыһы тәҡдим итә.
- Мин уның еңәсәгенә ышандым, - ти педагог, - ул матур төшөрә, өҫтәүенә яуаплы һәм тырыш.
Аҡназар үҙе әйтеүенсә, бләкәйҙән үк һүрәт төшөрөү менән мауыға. Тәүге өйрәтеүсеһе әсәһе була, ул һөнәре буйынса рәсем уҡытыусыһы. Бер ваҡыт уның Ҡаҙанғол ауылында йәшәүсе олатаһы Фидаил Ғабдулла улы ҡулдарына бойҙай башағы алып, игенселәрҙең өҫтәлдәребеҙҙә икмәк булһын өсөн күпме көс һалыуҙары тураһында һөйләй. Малай үҙенең эшендә тап шул күренеште һүрәтләй ҙә. Аҡназар тәбиғәтте, хайуандарҙы төшөрөргә ярата.
Яңы санала рәхәтләнеп шыуыр өсөн хәҙер ул тиҙерәк тау өйөлөүен көтә.