+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
30 Ноябрь 2018, 12:21

“Устарымда бәхет алып киләм”

Йөрәккә үтеп инерлек ошондай һүҙҙәр яҙылған экран байрамға килгән һәр әсәне, ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен ҡаршы алды.

Йөрәккә үтеп инерлек ошондай һүҙҙәр яҙылған экран байрамға килгән һәр әсәне, ҡаланың балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен ҡаршы алды.
Район Мәҙәниәт йорто фойеһы байрамса биҙәлгәйне.
Алып барыусы, 11-се «Дюймовочка» балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Татьяна Владимировна Харенко, тантанала ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәт итеп, былай тине:
- Беҙҙең байрам Ғаилә йылына һәм сабыйҙары Дәүләкән районы муниципаль районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөгән күп балалы әсәйҙәргә арнала. Сараның маҡсаты – социаль статусты күтәреү, күп балалы ғаиләләрҙең йәмғиәттәге ролен баһалау, ғаилә менән ял итеүҙең яңы төрҙәрен арттырыу, ижади потенциалды асыу, балаларҙы, уларҙың ата-әсәләрен мәҙәни сараларға йәлеп итеү. Байрамдың төп өлөшөндә балалар, ун ике бала тәрбиәләнгән ғаилә ағзалары мауығыуҙары, ижади һәләттәре, нисек ял итеүҙәре, спорт менән шөғөлләнеүҙәре тураһында һөйләне.
Һәр ғаиләнең бала тәрбиәләүҙә үҙенсәлеге бар. Яратҡан әкиәт геройҙары балаларҙы һәм өлкәндәрҙе йырларға, үҙҙәре менән бергәләп бейергә саҡырҙы.
Ата-әсәләр балалары менән музыкаль уйындарҙа ҡатнашты, таҡмаҡтар әйтешеп һәләттәрен күрһәттеләр. Әкиәт бүлмәһендә изге күңелле әкиәтсе менән әкиәт геройҙары тураһында йомаҡтар систеләр, дөрөҫ яуаптар өсөн музыкаль инструменттарҙа «Йомро икмәк» әкиәтен уйнап күрһәттеләр.
Күңелсәк рәссам оҫтаханаға саҡырҙы, балаларға үҙ ҡулдары менән әсәләренә бүләк яһарға тәҡдим итте.
Балалар ижади эш менән мәшғүл булған арала ата-әсәләр өсөн психолог мини-тренинг, эш көнөнән һуң нисек дөрөҫ итеп ял итергә кәрәклеген өйрәтте.
Берҙәмлек, бәхет һәм мөхәббәт символы булып, байрам аҙағында ғаилә парҙары вальс бейергә саҡырылды.
Сара һуңында бала тәрбиәләүгә, ғаилә йолаларын тергеҙеүгә һәм һаҡлауға индергән өлөшө өсөн күп балалы ғаиләләр иҫтәлекле дипломдар менән бүләкләнде.
Читайте нас: