+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Декабрь 2018, 11:54

Республикабыҙ данын яҡланы

“Хөрмәтле Алина Фәтих ҡыҙы! Һеҙ туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының “Бөтөн Рәсәй мастер-класы – 2018” конкурсы этабын уңышлы үттегеҙ. Һеҙҙе Мәскәү ҡалаһына конкурстың сираттағы турына саҡырабыҙ...”

“Хөрмәтле Алина Фәтих ҡыҙы! Һеҙ туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының “Бөтөн Рәсәй мастер-класы – 2018” конкурсы этабын уңышлы үттегеҙ. Һеҙҙе Мәскәү ҡалаһына конкурстың сираттағы турына саҡырабыҙ...”
Мәғарифты үҫтереү федераль институтынан ошондай йөкмәткеле хат алғас, 3-сө башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Алина Фәтих ҡыҙы Ильясова башта аптырап ҡала, ҡыуана, шул уҡ ваҡытта тулҡынлана ла. Ғорурлыҡ менән бергә оло яуаплылыҡ йөкмәтелеүен дә яҡшы аңлай, ни тиһәң дә Мәскәү һынлы Мәскәү ҡалаһында үҙеңдең ҡалаңды һәм районыңды ғына түгел, барлыҡ республика намыҫын яҡларға кәрәк бит. Ул Башҡортостандан берҙән-бер ҡатнашыусы булғанлыҡтан башҡа конкурсанттар һәм тамашасылар беҙҙең төбәк тураһында тап уға ҡарап фекер йөрөтәсәк тә баһа! Был бер аҙ ҡурҡыта, шуның менән бер рәттән тағы ла бер тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡарау, фекерҙәштәре менән осрашыу, коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашыу теләге өҫтөнлөк ала. Шундай күләмле сараларҙа ҡатнашыу яңы идеялар тыуҙыра, фекер ҡеүәһен арттыра.
- Коллегаларыма рәхмәтем сикһеҙ, улар миңә бар яҡлап та ярҙам итте, дәртләндерҙе, - ти Алина Фәтих ҡыҙы. – Тыуған илебеҙҙең баш ҡалаһына турист сифатында түгел, конкурста ҡатнашыусы булараҡ барҙым. Тулҡынланыуҙы еңеүе еңелдән булманы, әлбиттә.
Ситтән тороп ҡатнашыу этабында педагог бишенсе класс уҡыусылары менән “Шағир булырға мөмкинме?” тип исемләнгән видеопрезентация тәҡдим итте. Уҡыусылар башҡорт телендәге шиғырҙы рус теленә тәржемә итергә тейеш ине. Белеүебеҙсә, әҙәби тәржемә ябай тәржемәнән ныҡ айырыла. Унда шағирҙың нимә әйтергә теләгәнен генә түгел, уның кәйефен, үҙенсәлеген, ҡабатланмаҫ стилен дә бирә белергә кәрәк. Профессиональ тәржемәсегә лә был еңелдән түгел, әммә балалар – ижади кешеләр.
Улар мөкиббән китеп эшкә керешә, һөҙөмтә уҡытыусыны бик ҡыуандыра.
- Был дәрес уҡытыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, - ти Алина Фәтих ҡыҙы. – Бер уҡыусым, мәҫәлән, әҙәби тәржемә темаһына тикшеренеү эше яҙырға теләк белдерҙе. Мәскәүҙәге сығышымды мин тап ошо йүнәлеш менән бәйләргә ҡарар иттем, тәҡдим ителгән мастер-класта рус һәм башҡорт телдәренең матурлығын һәм байлығын күрһәтергә тырыштым.
Конкурс бының менән генә тамамланманы, әлбиттә. Тағы ла бер нисә һынау үтергә кәрәк ине әле. Икенсе көндө ҡатнашыусылар методик күргәҙмә миҫалында үҙҙәренең эштәре тураһында һөйләргә тейеш ине. Мин жюри ағзаларын башҡорт һәм рус телдәрендә художестволы әҙәбиәт менән эшләү үҙенсәлектәре менән таныштырҙым. Бынан тыш конкурстың мотлаҡ шарты булып милли костюмды тәҡдим итеү тора ине. Милли көйҙәребеҙ аҫтында тыуған Башҡортостаныбыҙ, уның гүзәллеге, тарихи урындары тураһында һөйләнем.
Конкурстың өсөнсө этабында “Белем биреү өлкәһендәге яңы закондар шарттарында дәүләт телдәрен өйрәнеүҙе тормошҡа ашырыу” темаһына етди, нигеҙле һөйләшеүҙә ҡатнашыу өсөн Рәсәй Федерацияһының төрлө төбәктәренән йыйылған төрлө милләт вәкилдәре «түңәрәк өҫтәләгә” йыйылды. Башҡортостанда туған телдәрҙе уҡытыу буйынса эштең яҡшы ойошторолоуын ишетеү ҡыуаныслы булды.
Конкурсанттарҙың оҫталығын педагогия фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт педагогия университеты профессоры А.Д. Дейкина рәйеслегендә жюри баһаланы. Кемдәр еңеүсе һәм призер тип танылыр тигән уй конкурс аҙағына тиклем ҡалдырманы.
Туған тел, шул иҫәптән рус теле уҡытыусыларының Бөтөн Рәсәй мастер-класында беренсе урын яҡташыбыҙ өсөн сикһеҙ шатлыҡ була. I дәрәжә Диплом менән бергә 3-сө башҡорт гимназия-интернатының рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, “Йыл уҡытыусыһы-2018” конкурсының муниципаль этабы еңеүсеһе, “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2018” республика конкурсында ҡатнашыусы А.Ф. Ильясоваға Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы Советының иҫтәлекле кубогы һәм Рәхмәт хаты тапшырыла.
- Хәҙер минең бурысым, - ти Алина Фәтих ҡыҙы, - ошо конкурста алған белемемде, туплаған тәжрибәне үҙ эшемдә ҡулланыу, уҡыусыларымды ҡуйған маҡсаттарына өлгәшергә, ауырлыҡтарҙы еңергә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булырға өйрәтеү.
Читайте нас: