+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
11 Декабрь 2018, 11:11

Иҫтәлекле осрашыу

Лицей-интернат мәктәбендә 7 декаберҙә осрашыу үткәрелде. Сараға күренекле шағир, ғалим-филолог, топонимист һәм публицист, профессор С.Юлаев исемендәге орден кавалеры Рәшит шәкүр, яҡташыбыҙ, Яңы-Яппар ауылында тыуып-үҫкән яҙыусы, оставкалағы хәрби офицер Мәхмүт Сәлимов һәм Дәүләкән Мең ырыуы ойошмаһының башлығы, эшҡыуар Филүс Хәлиуллин килгәйнеләр.

М.Сәлимов - 112-се Башҡорт атлы дивизияһының ойошторолоуына 75 йыллығына арналған “Автопробег” та ҡатнашыусы. Шулай уҡ, Төньяҡ Амурҙары эҙҙәренән Европа илдәрендә булған. Ошо сәйәхәттәре тураһында ул балаларға ентекле итеп һөйләне. Уҡыусылар ошо сәйәхәт тураһындағы видеоны ҡыҙыҡһынып ҡаранылар һәм иғтибар менән килгән ҡунаҡтарҙы тыңланылар. Әйтергә кәрәк, Мәхмүт Басир улы Сәлимов үҙ инициативаһы менән был сәйәхәт-походтты ойошторған. Иң мөһиме, М. Сәлимовтың хәрби кеше булараҡ яҙылған әҫәрҙәре тыуған ил, ер тураһында. Үҫеп килгән йәштәрҙе патриотик тойғолар менән тәрбиәләүҙә роле ҙур. Яҙыусы мәктәпкә “А всё-таки мы живы…” тип исемләнгән китабын бүләк итте.
Р. Шәкүр ҙә балалар менән ихлас әңгәмәләште. Уларҙың һорауҙарына ихлас яуап бирҙе. Тарихты өйрәнергә, тыуған илде, телде яратырға һәм һаҡларға саҡырҙы. Ул: “Киләсәк йәштәр ҡулында!”-, тине. Уҙ ҡултамғаһы ҡуйылған китабын китапханаға тапшырҙы.
Ошондай фәһемле осрашыуға килгәндәре өсөн рәхмәт әйтәһе килә һәм был саралар йышыраҡ булһын ине. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
Читайте нас: