+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
14 Декабрь 2018, 12:34

Дәүләкәндәр йәнә беренсе!

А.А. Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар ижады конкурсында Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә һигеҙ призлы урын бирелде. Конкурс ирекмәндәр йылына арналды

А.А. Кузнецов исемендәге Халыҡ-ара балалар ижады конкурсында Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренә һигеҙ призлы урын бирелде. Конкурс ирекмәндәр йылына арналды
Конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, БР Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса уҡыу-методика үҙәге, Рәсәй Рәссамдар союзының Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлеге, Башҡортостан педагог-рәссамдарының Халыҡ-ара союзы вәкиллеге, М.В. Нестеров исемендәге дәүләт художество музейы, Өфө ҡалаһының А.А. Кузнецов исемендәге Балалар художество мәктәбе ойошторҙо.
Был конкурс һәләтле балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе асыҡлауға, уларҙың ижади һәләттәрен арттырыуға ғына түгел, уларҙа шәфҡәтлелек, яҡындарың тураһында хәстәрлек, һәр саҡ ярҙамға килеү тойғолары нығыныуға, үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән.
Һүрәттәрҙә “Ирекмәнлек”, “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы”, мәҙәниәт тарихы, тәбиғәттең үҙенсәлеге, күп милләтлелек, “Минең ғаиләм” темалары яҡтыртылды.
Өс йәш категорияһында төрлө номинацияларҙа Балалар сәнғәт мәктәбенең һынлы сәнғәт бүлексәһе етәксеһе Ф.Ф. Хөззәтованың ун тәрбиәләнеүсеһенең эше ҡатнашты. Уларҙың һигеҙе беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарға лайыҡ булды. Элина Арыҫланбәкованың “Ғаилә йәйләүҙә”, “Һуңғы йылы көндәр” тигән һүрәттәре беренсе урынға сыҡты. Айҙарҙың “Бөйөк Урал”, Виктория Мазинаның “Дим йылғаһында балыҡ ҡармаҡлағанда”, Айгөл Зәрбиеваның “Мәктәпкә” тип исемләнгән эштәренә икенсе урын бирелде. Азат Ғарифуллиндың “Көҙгө хәстәрлектәр”, Виктория Игнатьеваның “Тынлыҡ”, “Ғаилә. Демьян Бедный урамындағы йорт” тигән һүрәттәре өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Ф.Ф. Хөззәтованың уҡыусылары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып, йыл һайын еңеүсе һәм призер була. 2018 йылда улар Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Юғарыла әйтеп үтелгән уҡыусыларҙан тыш, Ангелина Ларкина, Ян Истомин, Камила Хөснөтдинова, Арина Кашапова, Маргарита Истомина, София Борисова, Милена Абдрахманова, Вероника Безгина, Михаил Пучков, Римма Ғиззәтуллина, Валерия Герасимова, Данила Комаров, Гүзәл Ғарифуллина, Тимур Мәмлиев, Александра Денисова, Владислав Ғәлиев еңеүселәр һәм призерҙар тип танылды.
Төлө конкурстарҙа ҡатнашыу, профориентация класында көсәйтелгән программа буйынса шөғөлләнеү киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам итә. Мәҫәлән, Пенза дәүләт архитектура һәм төҙөлөш университетының беренсе курс студенты Андрей Кирьянов Балалар ижады йортонда шөғөлләнеп, һуңғы йылда В.Е. Татлин исемендәге архитектура-художество ижады буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе була. “Рәсәйҙең йәш һәләттәре” Дөйөм Рәсәй конкурсында II дәрәжә лауреат булған Айгөл Зәрбиева ла киләсәген һынлы сәнғәт менән бәйләргә ҡарар иткән.
Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнеү, ижади конкурстарҙа ҡатнашыу уларҙа үҙ көстәренә ышаныс уята, республиканың һәм Рәсәйҙең махсус уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә ҡабул итеү һынауҙарын уңышлы тапшырырға ярҙам итә.
Читайте нас: