+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
21 Ғинуар 2019, 17:41

Яҡшы һөҙөмтәләр менән

Дәүләкән уҡыусылары Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашты.

Дәүләкән уҡыусылары Бөтә Рәсәй предмет олимпиадаһының төбәк этабында ҡатнашты.
Ҡәғиҙә булараҡ, район этабында еңгән, йәғни тәғәйен фән буйынса төплө белемгә эйә булған уҡыусылар төбәк олимпиадаһына ебәрелә. Улар беҙҙең райондың данын республика кимәлендә яҡлай, төрлө предметтарҙан алған белемдәрен һәм ижади һәләттәрен күрһәтә. Үҙҙәренең белемдәрен республика баһалама ағзалары алдында күрһәтер алдынан уҡыусылар был фән буйынса уҡытыусылар менән өҫтәмә шөғөлләнәләр, алдағы еңеүҙәрҙең күпселек өлөшө тап уларҙың профессионализмына бәйле.
Быйылғы уҡыу йылында рус теленән беренсе олимпиада үтте. 7-се мәктәптең 9-класс уҡыусыһы Денис Әхмәтгәрәев призлы урын алып ҡайтты. Уҡытыусыһы Ольга Петровна Якушина үҙенең уҡыусыһының белемен юғары кимәлдә билдәләй, рус теле һәм әҙәбиәте менән шөғөлләнеүҙә ата-әсәһенең ярҙамы ла ҙур. Улдарының уңыштарына улар бик шат, был предмет буйынса киләсәктә лә олимпиадала ҡатнашасағына ышаналар.
Шулай уҡ 3-сө башҡорт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы Лилиә Вәлиуллина (уҡытыусыһы Ф.Н. Ғәлина) туған тел буйынса төбәк-ара олимпиадаһында башҡорт теле буйынса призлы урын алып ҡайтты. Лилиә өсөнсө йыл рәттән был олимпиадала призер була, мәктәптең һәм райондың ҡаҙаныштарына үҙ өлөшөн индерә.
Читайте нас: